«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юбилейҙар



27.02.2015 Юбилейҙар

Юбилейҙар1 – күренекле баш­ҡорт яҙыу­сыһы Булат ИШЕМҒОЛДОҢ (Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов) тыуыуына – 115 йыл (1900 – 1938).
– яҙыусы Ғабдулла БАЙБУРИНДЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1925 – 1994).
5 – яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНАНЫҢ тыуыуына – 110 йыл (1905 – 1954).
7 – яҙыусы Мөхәммәт ХӘЙҘӘРОВТЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1915 – 1999).
– БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сәйфулла ХӘЙРУЛЛИНҒА – 65 йәш (1950).
8 – күренекле архитектор, 1952 – 1956 йылдарҙа «Башпроект» республика проект контораһының баш архитекторы Сәми­ғулла КӘЛИМУЛЛИНДЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1915 – 1971).
15 – биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИНҒА – 70 йәш (1945).
16 – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Редик ФӘСХЕТДИНОВҠА – 75 йәш (1940).
21 – күренекле дәүләт эшмәкәре Зыя НУРИЕВТЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1915 – 2012).
– Башҡортостандың атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре Вил Кәримовҡа – 80 йәш (1935).
24 – БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман ИСМӘҒИЛЕВҠА – 60 йәш (1955).
28 – фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВАҒА – 60 йәш (1955).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға