«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Шөкөр, йәшәйбеҙ икән!



27.11.2010 Шөкөр, йәшәйбеҙ икән!

Шөкөр, йәшәйбеҙ икән!Башҡортостандың бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең минималь эш хаҡы күләмен киләһе йылдың 1 ғинуарынан 5500 һумға тиклем арттырыу тураһында эш биреүселәр, профсоюздар һәм республика Хөкүмәте араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул быға тиклем ҡул ҡуйылған Президент Указын үтәү йөҙөнән төҙөлдө.
Төбәк башлығы, эш хаҡын арттырыу йүнәлешендә артабан да эш алып барыласаҡ, тип билдәләне. Бөгөн республикала уртаса эш хаҡы уртаса Рәсәй кимәленән 23 процентҡа кәмерәк. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында бишенсе урында тора.
Был йәһәттән киләһе аҙым – 2015 йылға уртаса эш хаҡын 1,5 тапҡырға күтәреү. Маҡсатҡа ирешеү өсөн хөкүмәт саралар планы өҫтөндә эшләй. Бынан тыш, республиканың бөтә бюджет хеҙмәткәрҙәренә лә декабрҙә бер хеҙмәт оклады күләмендә аҡса түләнәсәк – бының өсөн 1 миллиард 400 миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған. Тағы ла 680 миллион һум мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн йүнәлтелә – уҡытыусылар ике оклад күләмендә премия аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға