«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » БЕРЕНСЕЛӘР!



30.01.2015 БЕРЕНСЕЛӘР!

БЕРЕНСЕЛӘР!Һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙ менән егет – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусылары Линария Әхтәмова һәм Ғәлим Торомтаев. Икеһе лә иң тырыштар, иң талантлылар һәм белемле уҡыусылар иҫәбендә. Улар – уҡытыусыларының, ата-әсәһенең ғорурлығы.
Ғәлим былтыр математика буйынса республика бәйгеһендә беренсе урынға сыҡҡан. Быйыл да төрлө олимпиадаларҙа, башҡа ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм һәр ваҡыт призлы урындар ғына яулай. Линария ла теүәл фәндәрҙе “һыу кеүек эсә” – ул ҡала һәм район кимәлендә ойошторолған олимпиадаларҙа тик юғары баҫҡыстарҙы ғына биләй. Гимназияла ойошторолған “Лидер” клубы ағзаһы, уҡыу йортонда “мәғариф министры” булып тора хатта. Линария менән Ғәлим икеһе лә волейбол түңәрәгенә йөрөй. Ә инде гимназия волейболсыларының ярыштарҙа әлегә беренселекте бер кемгә лә биргәне юҡ. Әлбиттә, талантлы кеше бар яҡтан да талантлы була инде – был уҡыусылар бөтә фәндәр­ҙән дә тик “бишле”гә генә өлгәшә, гимназия тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Линария менән Ғәлимгә артабан да уңыштар теләйек, ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә: “Гимназистар шундай шәп ул!” – тигән һоҡланыуға ғына лайыҡ булығыҙ!
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 70 йыллыҡ юбилейына арналған материалдарҙы 12 – 13-сө биттәрҙә уҡығыҙ)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға