«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кем йыл эмблемаһын кем эшләр?



26.12.2014 Кем йыл эмблемаһын кем эшләр?

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы Әҙәбиәт йылына арналған эмблема проектына конкурс иғлан итә.
Эштәр 15 ғинуарға тиклем электрон һәм баҫма варианттарҙа Өфө ҡалаһы, Революцион урам, 18-се йорт, 20-се бүлмә йәки gafarova.r@bashkortostan.ru адрестары буйынса ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 280-87-70.
Әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, мәҙәниәт белгестәренән торған абруйлы жюри ағзалары тарафынан билдәләнгән еңеүсе 20 мең һум күләмендәге аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк һәм уның эше Әҙәбиәт йылы сиктәрендә үткән сараларҙа ҡулланыласаҡ. Бәйгелә республика граждандары һәм ойошмалары ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусынан бер генә эш ҡабул ителә.

Г. ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға