«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ур-ра! Мәләүез тракторы табылды!



07.11.2014 Ур-ра! Мәләүез тракторы табылды!

Ур-ра! Мәләүез тракторы табылды!
Мәләүез районының Ергән ҡасабаһы янындағы бейек постаменттағы кабинаһыҙ бәләкәй тракторҙы күптәр хә­терләй­ҙер. Ул 1982 йылда Ергән һәм Васильевка ауыл советтары сигендә тәүге механизаторҙар иҫтәлегенә ҡуйылған.
Быйыл йәйгеһен трактор юҡҡа сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә уны урлағандар тип тә әйтеүселәр табылды. Постаментта «Тракторҙы кире ҡайтарығыҙ!» тигән плакат та эленеп торҙо.
Ур-ра! Мәләүез тракторы табылды!Яңыраҡ трактор урынына һыйыр урынлаштырылды. Был – райондың агросәнәғәт өлкәһендә алдынғы булыуына ишара. Ә постаментта торған «Универсал – 2» тракторы Мәләүездең Дан аллеяһына ҡуйылды. «Мәләүез районының ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм тыл хеҙмәтсәндәренә» тигән яҙыу ҙа беркетелгән. Һәйкәлде асыу тантанаһы Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан үтте.
Боронғо һәм данлыҡлы тракторҙы ҡаланың эсенә, ҡараулы урынға ҡуйыу – бик дөрөҫ ҡарар. Коллекционерҙар араһында бындай техника бик ҡиммәт тора. Шуға ла уны юл буйынан, кран ярҙамында күтәреп, урлап та китеүҙәре ихтимал.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға