«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Шәкәр күп ашата



24.10.2014 Шәкәр күп ашата

АҠШ-та танылған табип, Калифорния университеты профессоры Роберт Ластиг, хәҙерге цивилизацияның иң ҙур хатаһы – артыҡ күп ашау, тип һанай. Үҙенең яңы китабында ғалим йәнә шәкәрҙең зыянына туҡтала һәм уны токсиндар исемлегенә индерергә тәҡдим итә.
Уның фекеренсә, замандаштарыбыҙ рационында шәкәр һәм башҡа ябай углеводтарҙың күплеге баш мейеһенең лептинға – «туйыныу гормоны»на һиҙгерлеген кәметә. Лептин ярҙамында иһә организм аҙыҡтың инде етерлек инеүе тураһында сигнал бирә. Бынан тыш, углеводтарҙы күп ҡулланыу ҡандағы инсулин миҡтарын арттыра һәм һимереү, метаболизм синдромы, диабет, гипертония кеүек сирҙәрҙе килтереп сығара. Профессор, шәкәрҙе, аҡ икмәкте мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланып, күҙәнәктәргә бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, тип киҫәтә.

Насар хәбәр… һимертә

АҠШ-тағы Майами университеты ғалимдары насар яңылыҡтың кешене борсоуға һалыуын һәм һимерергә мәжбүр итеүен асыҡлаған.
Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, кеше аңына бигерәк тә кире яңылыҡтар ныҡ тәьҫир итә – был осраҡта улар ҡәнәғәтлек хисен оҙаҡҡараҡ һуҙыу өсөн, юғары калориялы ризыҡтарҙы күберәк ҡуллана башлай. Иҫән ҡалырға теләү инстинкты кешене „миҙгелде тотоп ҡалырға” һәм күберәк ашарға мәжбүр итә – әгәр эштәр бөтөнләй хөртәйһә, запас яһап ҡуйырға кәрәк бит. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, насар хәбәр ишетеүселәр, нейтраль яңылыҡ менән танышҡандарға ҡарағанда, 40 процентҡа күберәк ашаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға