RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

17.05.2013 Өс һөйләм менән

Иртәгә Дуҫлыҡ монументы янындағы пристандән «Башҡор­тостан» теплоходы ете көнлөк круиз­ға сыға. Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан 100-ҙән ашыу инвалид өсөн Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғалары буйлап ҡыҙыҡлы сәйәхәт ойошторола. Улар Ульяновск, Ҡазан ҡалаларының иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ, урындағы инвалидтар ойошмалары вәкилдәре менән осрашасаҡ, шағирҙар, яҙыусылар менән аралашасаҡ.

Башҡортостан аграрийҙары кукуруз сәсеүгә төштө. Сәсеү эштәре республиканың Ауырғазы, Балаҡатай, Бүздәк, Илеш, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында алып барыла. Дөйөм алғанда, әлегә 1,1 мең гектар майҙанда кукуруз сәселгән, планға ҡарата был бер процент тәшкил итә.

18 майҙа Өфөлә ҡала биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса яҙғы айлыҡтың аҙаҡҡы сараһы – һуңғы дөйөм ҡала өмәһе үтә. Апрелдә башланған экологик айлыҡта ҡаланың барлыҡ ойошмалары, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, төҙөлөш, сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары хеҙмәткәр­ҙәре ҡатнашты. Бер айҙа Черкас­сылағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 105 мең кубометр сүп-сар сығарып түгелде.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда бөгөн рәсми рәүештә теркәлгән 26,3 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә, уларға 58 мең рәсми вакансия тура килә. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдың ғинуар – апрель айҙарында республиканың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә 119,7 мең вакансия ҡабул ителгән. Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле апрель аҙағына 1,29 процент тәшкил иткән.

15 майға ҡарата республикалағы медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалған 3 мең 407 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 22 процентында энцефалитлы талпан булыуы асыҡланған. Әле был ҡан һурғыс бөжәктән зыян күреүселәр иммуноглобулин профилактикаһы үтә.

Бөгөн Өфөнөң Профсоюздар йортонда балалар ял лагерҙарына путевкалар һатыу йәрминкәһе үтә. Сарала ойошмалар вәкилдәре, ата-әсәләр, лагерь администрацияһы менән яҡындан танышып, ял итеү урынындағы шарттар менән ҡыҙыҡ­һына, килешеү төҙөй ала. Быйыл Башҡортостан бюджетынан бала­лар­ҙың йәйге ялын ойоштороуға 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә