RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ниндәй эҙҙәр ҡалған таштарҙа?

14.08.2010 Ниндәй эҙҙәр ҡалған таштарҙа?

Мальтаның көньяҡ ярында бик күп саҡрымға һуҙылған арба эҙенә оҡшаш бураҙналар бар. Улар ҡаялы ерҙә һалынған. Бер бураҙна икенсеһенән бер тигеҙ арауыҡта ята һәм ярты метр самаһы тәрәнлектә. Был арба эҙе диңгеҙ буйына килеп еткәс тә туҡталып ҡалмай дауам итә, һыу аҫтындағы трасса йөҙәр метрға һуҙылған. Һәр бураҙнаның киңлеге иң күбе 123 см, тәрәнлеге – 70 см. Ә араһындағы ара һәр ваҡыт – 130 см. Ғалимдарҙың иҫәпләүе буйынса, траншеялар беҙҙең эраға тиклем 4 мең йыл элек эшләнгән. Бындай бураҙналарҙы ябай эш ҡоралдары менән һалып булмай. Шуға ла боронғоларҙың ниндәйҙер махсус, ҡатмарлы механизмдары булғандыр, тип уйларға ҡала. Был юлдың ни өсөн кәрәклеге билдәһеҙ. Әммә ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Шуларҙың береһе – гигант кәүҙәле боронғо хайуандар арба һөйрәп йөрөтөр өсөн эшләнгән юл. Әммә ул, бүтән фараздар кеүек үк, раҫланмаған.

Гигант кешеләр

Бик боронғо замандарҙа ерҙә йәшәү шарттары бөгөнгө кеүек булмаған. Ғалимдар бер киҫәк гәрәбә ташын тикшергәндән һуң шундай һығымтаға килә: ул ваҡытта кислород һауа составында 50 процентҡа күберәк булған. Тәбиғәт гигант ҙурлыҡтағы флора һәм фауна булдырыр өсөн үҙе үк шарттар тыуҙырған. Ул ваҡыттағы кешеләрҙең дә гиганттар булыуы бик мөмкин. Инглиздәр, Британиялағы Стоунхэндж гиганттар тарафынан төҙөлгән, тигән фекерҙә. Сөнки бындай бинаны төҙөү өсөн ябай кешенең көсө етмәй. Исполиндар тураһында Тибетта, Германияла, Скандинавия илдәрендә күп легенда йөрөй. Яңы эра башланғанға тиклем ғәҙәттәге ҙурлыҡтағы кешеләр менән бергә буйҙары өс метрҙан ашҡан алпамышалар ҙа йәшәгән, тигән фараз йөрөй. ХХI быуат башында Нигерияла археологик ҡаҙыныуҙар барышында Америка ғалимдары ҙур һөйәктәр таба. Палеонтологтарҙың тикшеренеүҙәренә ярашлы, был һөйәктәр буйҙары ике метрҙан ашыу булған һәм бынан ун мең йыл самаһы элек йәшәгән кешеләрҙеке икән.

Боронғоларҙың самолеттары ла булғанмы?

Индеецтарҙың түштәрен биҙәп тороусы саф алтындан эшләнгән ҡанатлы амулеттар донъяның бик күп музейында һаҡлана. Уларҙың бөгөнгө көн самолеттарына оҡшаш булыуына 1969 йылда ювелир Стауб иғтибар итә. Уның дуҫы, билдәле зоолог Сандерсон фигураны тикшергәндән һуң, тәбиғәт донъяһында уның аналогтары юҡ, тигән фекергә килә. Тикшеренеүҙәргә авиация белгестәрен дә йәлеп иткәс, был бетеүҙең оса торған аппараттың бәләкәй моделе булыуы асыҡлана. Иң ғәжәпкә ҡалдырғаны – уның 1000 (!) йыл элек эшләнеүе.
Был ҡанатлы фигураларҙың осоу­ға һәләтен бе­леү өсөн 1996 йылда Энб һәм Белдинг ошондай амулет­тар­ҙың 16 тапҡырға ҙурайтылған ике моделен төҙөй. Һәм был моделдәрҙең бер ниндәй ҙә аэродинамик кәмселектәре булмауы асыҡлана, улар һәйбәт оса, ергә ултыра, хатта юғары пилотаж фигураларын да башҡара ала. Меңәр йыл элек йәшәгән Мысыр кешеләренең һәм индеец оҫталарының самолет төҙөлөшөн ҡайҙан белеүе бөгөн ғалимдарҙы аптырауға һалыу­сы иң ҙур серҙәрҙең береһе булып ҡала.

Циклоптар Америкала ла йәшәгән

АҡШ-та (Техас), Биг-Бэнт-Кантри эргәһендәге мәмерйәлә билдәһеҙ бер йән эйәһенең һөйәктәре табыла. Айырыуса уның бығаса осрамаған формалағы баш һөйәге иғтибарҙы йәлеп итә. Маңлайҙың ҡап уртаһында тик бер генә күҙ урыны бар. Күп кенә тикшеренеүҙәрҙән һуң һөйәктәрҙең легенда һәм мифтарҙа һөйләнгән циклоптыҡына тура килеүе асыҡлана.
Ғалимдарҙың иҫәпләп сығарыуы буйынса, уның ауырлығы 300 килограмм тирәһе, ә буйы 2,5 метрҙан ашыу була. Һөйәктәрҙең йәше ун мең йыл тирәһе. Тик грек мифтары геройының Техасҡа нисек килеп эләгеүе генә һорау тыуҙыра. Бында ике вариант бар: йә Греция кешеләре беҙҙең эраға тиклем бик күп алдан уҡ Америкала булып ҡайтҡан, йә циклоптар Европа сиктәренән башҡа Америка континентында ла йәшәгән.

Уралда боронғо цивилизация

ХХ быуат башында Уралда 10 мең йыл тирәһе элек эшләнгән һынташ (идол) табыла. Был табыш әлеге төбәктә ҡабатланмаҫ мәҙәниәтле боронғо цивилизация булыуы тураһында һөйләй. Уны археологтар түгел, ә алтын эҙләүсе ябай кешеләр таба. Дүрт метр тәрәнлектән торф эсенән яҫы танаулы ҙур баш, аҙаҡ идолдың кәүҙәһен килтереп сығаралар. Төрлө орнаменттар менән биҙәп, ҡарағас ағасынан юнып эшләнгән ҙур статуя булып сыға ул. Тик, үкенес, бөтөн килеш һаҡланмаған. Шуға ла ике тапҡыр реконструкция эшләп кенә тәүге ҡиәфәте ниндәй булыуын асыҡлайҙар.

Ваҡыт машинаһы ҡасан уйлап табылыр?

Кешелек донъяһы борон-борондан ваҡыт буйлап сәйәхәт итергә хыяллан­ған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙға тик хыял ғына булып күренгән әллә күпме яңы прибор уйлап табылған, әммә ваҡыт машинаһы һаман да юҡ. Шулай ҙа был физиктарға артабан да ошо өлкәлә эҙләнеүҙәрен дауам итергә ҡамасауламай. Туҙға яҙмаған эш кеүек күренһә лә, теорияла ваҡыт эсендә күсеп йөрөү мөмкинлеген логик яҡтан да аңлатып була. Ысынлап та, беҙҙең планетаға тура килгән физика закондарына ярашлы, ваҡыт буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеген инҡар итеп булмай. Тик практикала ғына быны башҡарып сығыу ҡыйынға тура килә.
Эйнштейндың фекеренсә, гравитация – ваҡыт һәм арауыҡ берлеге. Һәр ауырлығы булған предмет тирә-яҡҡа тәьҫир итә һәм уны ниндәйҙер кимәлдә үҙгәртеп күрһәтә. Ваҡыт һәм арауыҡ материя тәьҫирендә һуҙылырға мөмкин. Шуға ла асыҡ йыһанда сәғәт телдәре Ерҙәгегә ҡарағанда әкренерәк йөрөй. Материяның ауырлығы күберәк булған һайын, уның тирә-яҡҡа тәьҫире лә көсәйә. Тимәк, юғары тиҙлектә әйләнеүсе ҙур тығыҙлыҡтағы объекттарҙың ваҡытты арыу уҡ үҙгәртеп күрһәтеүе мөмкин. Ваҡытты тура һыҙыҡ кеүек процесс түгел, ә ябыҡ тәгәрмәс төҫлө тип билдәләүсе теория тап ошоға ҡайтып ҡала ла инде. Был теорияға ярашлы, шул тәгәрмәстең теләһә ниндәй бер өлөшөнә кире ҡайтырға мөмкин.

Таш көҙгөләр сере

Иҫ киткес ҙур таш көҙгөләр яҡташыбыҙ, танылған күҙ хирургы, профессор Эрнст Мулдашев экспедицияһынан һуң кешеләрҙе ныҡлап ҡыҙыҡһындыра башлай. Мулдашев, бөтәһен дә аптыратып, үҙ эшенә ҡағылышы булмаған экспедицияға – легендаларҙа һөйләнелгән данлыҡлы «Аллалар ҡалаһы»н эҙләп, Тибетҡа юл тота. Был сәйәхәттә улар Мысыр пирамидаларынан да ҙурыраҡ һәм боронғораҡ булған иң ҙур пирамидалар төркөмөн таба. Һәр пирамида янында бер, ике, йә өс таш көҙгө була. Бындай уникаль конструкциялар донъяның бүтән бер мөйөшөндә лә юҡ.
Мулдашев һәм бүтән ғалимдар, был серле таш көҙгөләр физик ваҡытты ҡыҫыу мөмкинлегенә эйә, тигән фекергә килә. Быны раҫлау өсөн Тибет тауы Кайласҡа үрләгән дүрт альпинистың тарихын миҫалға килтерәләр. 28 – 35 йәшлек альпинистар, урындағы халыҡтың һәм ламаларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай, тауҙар араһындағы һуҡмаҡтан ситкә сығып китә. һуҡмаҡтан боролған һәр кем тауҙарҙың кешене һәләкәткә алып килерҙәй ниндәйҙер серле йоғонтоһона эләгә. Нисек кенә булмаһын, был дүрт йәш кеше, күп тә тормай, бер-бер артлы яҡты донъя менән хушлаша. Үлемдәре бер-береһенеке менән бер нисек тә бәйләнмәгән кеүек күренһә лә, бөтәһенең дә организмының ҡапыл ҡартайыуы күҙәтелә. Моғайын, үлемдәренең сәбәптәре лә ҡартлыҡ ауырыуҙарынандыр. Пирамидалар һәм таш көҙгөләр ваҡыт менән арауыҡҡа ла тәьҫир итә. Шуғалыр, кемдәрҙер уларҙы «ваҡыт машинаһы» тип тә атай.

Фест дискыһында – иң боронғо яҙыуҙар

Фест дискыһы һуңғы быуатта археологтарҙы ҡыҙыҡһындырған сиселмәгән серҙәрҙең береһе булып тора. Был түңәрәк пластинаны Крит утрауында ХХ быуат башында табалар. Балсыҡтан эшләнгән диск сәйер яҙыуҙар менән ҡапланған. Артабан күпме эҙләһәләр ҙә, бындай әйбер башҡаса табылмай – Фест дискыһы шундай берҙән-бер ҡомартҡы һанала. Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был артефакт беҙҙең эраға тиклем 1650 йылда әҙерләнгән. Ул ике яҡлап та иероглифтарға оҡшаш яҙыуҙар менән ҡапланған. Шуныһы ҡыҙыҡлы: тамғалар артефакттың өҫтөнә ҡаты материалдан эшләнгән штемпелдәр ярҙамында ба­ҫыл­ған. Тимәк, Фест дискыһындағы тамғалар иң борон­ғо баҫма яҙыу өлгөһө булып тора.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә