RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

26.10.2012 Өс һөйләм менән

Өфө дәүләт нефть техник университетының йәш ғалимдары үҙҙәренең коллектив проекты менән фән һәм техника өлкәһендә РФ Хөкүмәте премияларына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашасаҡ. Был хаҡта РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында хәбәр ителә. Проект авторҙары араһында И. Шаммазов, Г. Александрова, О. Матросова, Н. Мовсум-заде, Р. Кәримова бар.

Өфөлә Рәсәй дәүләт социаль университеты филиалының яңы корпусы асылды. Уҡыу йортоноң яңы уҡыу бүлмәләре ҡала үҙәгендәге ремонтланған бинала урынлашты. Был шатлыҡлы ваҡиға менән юғары уҡыу йорто уҡытыу­сыларын һәм студенттарын Рәсәй дәүләт социаль университеты проректоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космо­навтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок ҡотланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың 17 районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу тамам­лан­ған. Быйыл татлы тамырҙың уртаса уңышы 185 центнер тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Благовар, Бүздәк, Ғафури, Йәрмәкәй, ҡыр­мыҫҡалы, Мәләүез, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында уңыш гектарынан 200 центнерға барып етә.

Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге VIII Асыҡ музыкант-башҡарыусылар конкурсы бара. Унда Рәсәй ҡалаларынан 50-нән ашыу музыкант ҡатнаша. Конкурс директоры Рөстәм Сабитов әйтеүенсә, Көньяҡ Корея менән Коста-Риканан да вәкилдәр бар.

Республикабыҙҙың Милли музейында «Башҡортостандың тере һыуы – 2012» тип аталған фотокүргәҙмә асылды. Уны Шүл­гәнташ ҡурсаулығы менән «Р-А-S-М» Өфө фотоклубы ойошторған. Конкурсҡа барлығы 900 эш тәҡдим ителгән.

Башҡорт дәүләт университетында философия фәндәре докторы, профессор Йәүҙәт Ғиләжет­диновтың мемориаль кабинеты асылды. Уны асыу тантанаһында БДУ ректоры Әхәт Мостафин, философия һәм социология факультеты деканы Ғәфүр Сәли­хов, күренекле ғалимдың студенттары, ҡыҙы Екатерина Сенникова ҡатнашты. Йәүҙәт Ғиләжетдинов − Башҡорт дәүләт университетында социология специальносына, ка­федраһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге мөдире.

С. НИЯЗОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә