RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

23.10.2012 Өс һөйләм менән

Үткән ял көндәрендә Башҡортостанда 11 янғын теркәлгән, был юлы ут, башлыса, респубиканың бәләкәй ҡалаларында сыҡҡан. Матди зыян күләме бер миллион һумға яҡын тип билдәләнә. Утта һәләк булыусылар юҡ, шулай ҙа ике кеше, тәне бешеп, дауаханаға эләккән.

30 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Эшҡыуарлыҡ. Бәлә­кәй ҡалалар – үҫеш территорияһы” тип аталған II республика форум-күргәҙмәһе эшләй башлаясаҡ. Форум барышында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ мәсьәләләрен күтәргән семинар­ҙар, конференциялар һәм башҡа саралар ҙа ойоштороласаҡ. Шулай уҡ йәштәр араһында эшҡыуарлыҡ тармағын әүҙемерәк үҫтереү проблемаһы ла көнүҙәк буласаҡ.

Йыл башынан Өфөлә 49 мең ағас ултыртылған, уларҙың 778-е бейек булып үҫәсәк ағас­тар, ҡалғандары − ҡыуаҡлыҡ. Ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың күп өлөшө экологик аҙналыҡ барышында ултыртылған. Халыҡтың үҙе йәшәгән урынды йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы.

Өфөлә бер егет Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған Еңеү обелискына зыян килтергән. Ул таң менән һәйкәл янына килеп, уны ҡаплап торған алюмин тышлыҡты һыҙырып алған. Егеткә ҡарата енәйәт эше асылған, сөнки һәйкәлдәрҙе емереү, йәмһеҙләү йәмғиәттә тәртип боҙоу ғына түгел, бик күп кешенең хәтирәләренән көлөү ҙә тип баһалана.

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 4800 тирәһе сауҙа урыны, өс меңдән ашыу автокибет эшләне. Дөйөм алғанда, йәрминкәләр Башҡор­тостандың 14 районында үтте, шулай уҡ ҡалалар ҙа ситтә ҡалманы. Ойоштороусылар халыҡты сифатлы һәм арзаныраҡ ауыл хужалығы тауарҙары тәҡдим итеүсе сарала тағы ла әүҙемерәк ҡатнашырға саҡыра.

Яңыраҡ республиканың “Обелиск” эҙләү отряды Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты. Уның ағзалары, башҡа ошондай уҡ ойошмалар менән бер рәттән, Новгород өлкәһендәге Мясной Бор ауылы эргәһендә ерләнгән совет һалдаттарының кәүҙәләрен, шәхси әйберҙәрен эҙләп тапҡан. Дөйөм алғанда, отряд ағзалары 14 һалдаттың кәүҙәһен табыуға өлгәшкән, хатта туғандар ҡәберлегенә лә юлыҡҡан.

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты, ҡышҡы осош теҙмәләрен раҫлап, халыҡҡа рейстар һаны артыуын, яңылары асылыуын да белдерә. Мәҫәлән, Өфө менән Екатеринбург араһында рейстар һаны 11-гә еткән һәм унда йәштәр менән ололарға социаль тарифтар ҙа бар. Хәҙер баш ҡалабыҙҙан Екатеринбург аша Волгоградҡа, Пекин, Тбилиси, Новосибирск, Хабаровск, Краснодар, Ма­хачкала, Астана, Будапешт, Баҡы, Ростов, Норильск, Сәмәрҡәнд кеүек ҡалаларға тиҙ һәм арзан хаҡҡа осоу мөмкинлеге булдырылған.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә