RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

16.10.2012 Өс һөйләм менән

Ял көндәрендә Башҡор­тостандың ҡала-райондарында сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте. Был көндәрҙә республиканың 73 сауҙа майҙанында биш меңдән ашыу һатыу нөктәһе һәм өс мең тирәһе автокибет булдырылды. Йәрмин­кәләрҙә 3198,3 мең тонна картуф, 923,4 тонна һуған, 603,6 тонна кәбеҫтә, 218,5 тонна кишер, 148 тонна һыйыр ите һәм башҡа бик күп ауыл хужалығы тауары һатылды.

Бөгөн республиканың урта белем биреү мәктәптәре өр-яңы 14 автобус асҡысын ала. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан алын­ған мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең ауыл мәктәптәренә автобустар алыу өсөн быйыл федераль бюджеттан 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ошо аҡсаға мәктәптәргә 98 автобус алынған, техника балаларҙы мәктәпкә генә түгел, ситтә үткәрелгән конкурс­тар, экскурсияларға йөрөтөү өсөн дә файҙаланылырға тейеш.

Бөгөн Башҡортостандың төҙөлөш тармағы өсөн мөһим мәсьәлә − кадрҙар проблемаһы килеп тыуған. Йылдан-йыл күберәк торлаҡ төҙөп, әүҙем тапшырыу өсөн квалификациялы кадр­ҙар талап ителә, ә йәштәр был эшкә бармай. Шулай уҡ төҙөүселәрҙе әҙерләүсе уҡыу йорттарына инергә теләүселәр һаны йылдан-йыл кәмей, йәштәрҙе был тармаҡта эштең ауырлығы ҡурҡыта.

ҡариҙел районында “Рәсәй почтаһы”ның автомашинаһын таларға маташҡандар. Абыҙ ауылы эргәһендә билдәһеҙ өс кеше, йөҙҙәрен ҡаплап, УАЗ автомашинаһы шоферына әлегә билдәләнмәгән ҡоралдан атҡан. Енәйәтселәрҙең машинанан аҡса эҙләүе билдәле, машинала китеп барыусыларҙың икәүһе лә яра­лан­ған.

Бөрө ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа әҙерләнгәне билдәһеҙ булған алкоголь продукцияһын һатыусыларҙы ҡулған алған. Енәйәтселәр ярты литрлыҡ 20 мең шешә спиртлы эсемлекте машинаға тейәп, Пермь ҡалаһына алып китеп барған. Әлеге ваҡытта шешәләрҙәге эсемлектең сифаты, ҡайҙа әҙерләнгәне тикшерелә, йөк ваҡытлыса аресҡа алынған.

Асҡын районында бер урман хужалығының элекке башлығы тәбиғәткә зыян килтергәне өсөн ике йыл буйы һәр ай һайын 20 мең һум штраф түләп барасаҡ. Был кеше, вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, шул район кешеһе исеменән урман һатыу буйынса ялған килешеү төҙөгән. Шулай ҙа был ялған асыҡланған һәм элекке башлыҡ язаға тарттырылған.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә