RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Торлаҡһыҙҙарға өмөт бирәсәк проект

15.06.2012 Торлаҡһыҙҙарға өмөт бирәсәк проект

Башҡортостан эконом-класлы яңы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө проектын бойомға ашырыуға тотондо. Тейешле килешеү планына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса федераль фондтың генераль директоры Александр Браверман ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, республикаға арзан һәм уңайлы торлаҡ төҙөүгә федераль милектәге ер участкалары бирелә. ҡаланы перспективалы үҫтереү зонаһынан тәүге 147 гектар Өфөгә тапшырылған да инде.
Хөкүмәттә Өфө районының Ветошников ауылы янында төҙөләсәк беренсе аҙ ҡатлы ҡасаба проектының презентацияһы үтте. Комплекслы төҙөлөш 58,9 гектар майҙанда йәйелдереләсәк. Был участканы ҡуртымға алыуға хоҡуҡты һатыу буйынса аукцион Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан 29 июнгә билдәләнгән. Бер йылдан һуң бында коттедждар төҙөлөшө киң ҡолас алыр­ға тейеш. Ә ике йылдан һуң төҙөүселәр тәүге 344 йортто файҙаланыуға тапшырырға бурыслы. Был майҙаны иң күбендә 150 квадрат метрлыҡ йорттар буласаҡ. Өй менән бергә 10 сутый ер участкаһы ла бирелә.
Биҫтә төҙөлөшөндә мотлаҡ энергия һаҡлау технологиялары ҡулланыласаҡ. Был ресурстар өсөн түләүҙәрҙә ҙур ғына экономия, тигән һүҙ.
Тәүге йорттар менән бергә балалар баҡсаһы, мәктәп һәм сауҙа комплексы төҙөү ҡаралған.
Фондтан бирелгән участкалар инфраструктура менән тәьмин ителәсәк, ошоноң иҫәбенә торлаҡ хаҡы кәмей.
Александр Браверман белдереүенсә, төбәк уңайлы ерҙә урынлашҡан һәм тауар поставкалау араһы ла алыҫ түгел, был инвесторҙарға республикаға килергә мөмкинлек бирә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә