RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Асыҡ республика» сайты эшләй башланы

08.06.2012 «Асыҡ республика» сайты эшләй башланы

Быйыл февралдә БР Президенты блогерҙар менән осрашыуында «Асыҡ республика» мәғлүмәт порталын булдырыу тураһында фекерен әйткәйне. Әле шул юҫыҡтағы сайт тест режимында эш башланы.
«Асыҡ республика» 20 ярҙамсы проекттан тора, ул шартлы рәүештә ике өлөшкә – «Асыҡ мәғлүмәт» һәм «Электрон демократия»ға бүленгән.
Хәҙер республика халҡының дәүләт власы органдары эшмәкәрлеге тураһында һәм башҡа төрлө өлкәләргә ҡағылышлы дөрөҫ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. «Асыҡ мәғлүмәт»тә һигеҙ проект ҡаралған. Иң ҡыҙыҡлыһы – «Асыҡ бюджет». Бында финанс ресурстарының ҡайҙа йүнәлтелеүен, ниндәй юлдарҙың реконструкцияланасағын, ниндәй объекттар, ҡайһы райондарҙа балалар баҡсалары төҙөләсәген белеп буласаҡ.
«Россия без дураков» федераль проектына оҡшатып эшләнгән «Ахмаҡтарҙан азат Башҡортостан» («Башкирия без дураков») проекты ла ҡыҙыҡ булмаҡсы. Хәҙер граждандар урындағы власть вәкилдәре тарафынан эшләнгән ахмаҡлыҡ һәм уларҙың вайымһыҙлығы тураһында хәбәр итә ала. Был коммуналь хужалыҡҡа ла, урындағы кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ла ҡағыла. Мәғлүмәтте сайтта текст форматында ғына түгел, территорияға бәйләп тә ҡалдырырға мөмкин – сайтта интерактив карта эшләй, унда билдә ҡуйып була.
«Асыҡ республика» составындағы башҡа проекттар ҙа әкренләп эшкә ҡушыласаҡ. Уға «Башҡортостан Республикаһы тауышы» (йәмәғәтселек фекерен белдереү, сайтта тауыш биреү юлы менән айырыуса мөһим мәсьәләләрҙе асыҡлау), «Дәүләт барыһы өсөн дә» (граждандар хоҡуҡтары, социаль гарантиялар һәм мөмкинлектәр тураһындағы мәғлүмәт), «Хәүефһеҙ мөхит» (республика халҡының көнүҙәк проблемалары – соҡор-саҡырлы юлдар, янмаған фонарҙар, пандустар булмауы, закон­һыҙ сүплектәр тураһында) инә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә