RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан – әүлиәләр иле

01.06.2012 Башҡортостан – әүлиәләр иле

Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле
ӘҮЛИӘ ҡАРТ
2004 йылда Свердловск өлкәһе Түбәнге Серге районының Өфө-Шигере ауылынан Кәшифә Мансур ҡыҙы Мөжипованан (1938 йылғы) яҙып алынды.
“Арыҫлан ауылынан (хәҙерге ҡыйғы районы) Әбделхаҡ бабай бар ине. Малайы менән ауылдан-ауыл­ға йөрөй, килһә, айлап ятып ҡайта ине. Ул кешенең ҡулынан тотоп яҙмышын, сырхауын әйтә, дауалай ине. Тиҫбеһенең береһен тоттора ла, алда нимә күреүен һөйләй. Беҙҙең ауылға бер ҡатынға бисура эйәләшкән булған. Шуның пульсын тотоп, һиңә бисура эйәләгән бит, иргә сығырға кәрәк, шунһыҙ ул һинән ҡалмаҫ, тигән. Бер ҡатынға, үлемең кеше ҡулынан, тигән. Тәки шулай булды”.

АЛДАН ӘЙТЕЛГӘН ЯҘМЫШ

2004 йылда Свердловск өлкәһе Түбәнге Серге районының Өфө-Шигере ауылынан Кәшифә Мансур ҡыҙы Мөжипованан (1938 йылғы) яҙып алынды.

“Беҙ бәләкәй инек әле, мин, һеңлем, бәләкәс энем өсөбөҙ өйҙә ултырабыҙ. Бер бабай килеп инде, ҡулында тиҫбеһе лә бар.
– Бер төймәһен төртөп күрһәт, ҡайһыһы оҡшай? – тип һораны. Берәүһен күрһәттем. Ул яҙмышымды әйтте. Һеңлемә, ҡырҡ биштә хәүефең бар, ҡалыуың икеле, тине. Ул, ысынлап та, ҡырҡ биштә үлде. Ә энем бәләкәй булғас, уға әйтмәне. Миңә, һыуҙан хәүефең бар, тине. Ысынлап та, бер мәл күлдә бата яҙҙым, фәрештәләр ҡотҡарҙы. ҡышын боҙ ярылып, тәрән һыуға төшөп киткәйнем, унан бер нисек тә сығырлыҡ түгел ине. ҡалын ҡышҡы әйберҙәр кейгәйнем. Күпмелер мәлгә аңымды юйғанмын, ә күҙемде асып ҡарағанда мәкенән күпкә ситтә, боҙ өҫтөндә ята инем, эргәлә бер кем дә юҡ, нисек сыҡҡанмындыр, белмәйем. Шул фәрештәләр генә сығарғандарҙыр инде, тим”.

ЙОМАРТ ХӘҘРӘТ

1999 йылда Салауат районының Мөсәт ауылында йәшәүсе Фәсхетдин Шәмсетдин улы Ғайсиндан (1935 йылғы) яҙып алынды.

“Татар Малаяҙында бер хәҙрәт булған. Төндә бурҙар инеп, бының һыйырын баҡсаһына сығарып һуйған. Башын, тояғын, тиреһен, быға өлөш сығарып, күтәрмәһенә килтереп һалғандар. Ә үҙҙәре, түшкәһен күтәреп, ҡапҡанан сығайыҡ тиһә, бөтә донъя урман булған да киткән. Иртәнгә ҡәҙәр шул урман эсенән сыға алмай ҡаңғырып йөрөгәндәр.
Таңда хәҙрәт тәһәрәт алырға сыҡһа, былар урамда тора икән. Баҡсалағы ҡарҙы тапап бөткәндәр, ти. Хәҙрәт:
– Һеҙҙең өйҙә ас балаларығыҙ көтә бит, ни эшләп ҡайтмай йөрөйһөгөҙ? Ашығығыҙ! – тип, быларҙы ҡапҡанан сығарып ебәргән. Һыйыр өсөн әрләшмәгән – Хоҙай шулай ҡушҡандыр, уларҙың ризығына яҙғандыр, тип.

ХӘЙЕРЗАМАН ДИУАНА

1999 йылда Салауат районының Мөсәт ауылында йәшәүсе Мәҙинә Шаһизаманова (1935 йылғы) һөйләне.

“Атайымдың олатаһы Хәйерзаман диуана булған. Олатайым Йәрмөхәмәт, унан атайым Бикмөхәмәт тыуған.
Хәйерзаман диуана осоп йөрөгән, тиҙәр.
Миңә атайым һөйләгәйне.
Хәйерзаман олатай ҡарсығына сәй ҡуйырға ҡушҡан да, үҙе ҡәҙерауылға магазинға сәй алырға киткән (Мөсәттән 13 – 14 саҡрым алыҫлыҡта – Ф. Ғ.). Самауыр ҡайнап та сыҡмаған, үҙе ҡайтып еткән. Халыҡ ышанмай, артынан икенсе көн һыбай барып ҡараһалар, эйе, ундай кеше булды, бер таҡта сәй алды, тигәндәр.
Бер тапҡыр шулай ҡыҙылъяр буйлап Малаяҙға китә. Ямғырлы, насар көн була. Аръяҡҡа килә. Паромдан сығырға Йосоп буайға (бабай) ҡысҡыра. Йосоп буай, оло булғас, бик ауырһынып ҡына сығарырға була. Ул ары-бире иткәнсе Хәйерзаман диуана был яҡҡа килеп тә сыҡҡан. Нисек сыҡҡан, белмәйем. Был яҡта торған инде. Йосоп буай ҡыуышынан сыҡһа, был жәйәнен (елән) ҡағып тора, ти. Йосоп, рәнжемә (рәйнемә), мин сыҡтым инде, тигән.
Үлер алдынан, мине шунда күмегеҙ, унда сусҡа йөрөмәҫ, тигән. Уның ҡәбере иҫке ҡайын аҫтында, элекке зыяратта, Әсә тауында.

Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының
фольклористика бүлеге хеҙмәткәре.

(Дауамы. Башы 31, 33, 34, 36, 38, 40-сы һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә