RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Милли мәсьәлә дәүләт бөтөнлөгөнә хәүеф менән янаймы?

31.01.2012 Милли мәсьәлә дәүләт бөтөнлөгөнә хәүеф менән янаймы?

Башҡортостандың ғилми йәмәғәтселеге, төрлө милли-мәҙәни ойошмалар етәкселәре РФ Хөкүмәте Премьер-министры В. Путиндың мәҡәләһенә ҡарашын белдерҙе
Рәсәй Президентын һайлау алдынан РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин һайлау алды мәҡәләләре менән сығыш яһай башланы. Күптән түгел уның милли мәсьәләләрҙе анализлауға арналған, Рәсәй халҡы өсөн киҫкен проблемаларҙы күтәргән «Рәсәй: милли мәсьәлә» мәҡәләһе донъя күрҙе. Унда ил башлығына дәғүә итеүсе Рәсәйҙә һәм донъяла милләт-ара мөнәсәбәттәр, миграция сәйәсәтендә барған хәлдәргә асыҡ баһа бирә. Милли низағтар, ҡайҙа ғына булмаһын, беҙҙең илдең бөтөнлөгөнә хәүеф менән янай. Бер кем дә милли һәм дини үҙенсәлектәрҙе дәүләт закондарынан өҫтөн ҡуймаҫҡа, ә дәүләт закондары үҙ сиратында был илдә йәшәгән халыҡтарҙың милли һәм дини үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға тейеш, тигән тезисты үткәрә мәҡәлә авторы.
Мәҡәлә буйынса ҡыҙыу фекер алышыуҙар интернет селтәрендә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында ла бара. В. Путиндың сығышына ҡарата сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ баһаһын бирҙе. Башҡортостандың ғилми йәмәғәтселеге, республиканың милли-мәҙәни үҙәктәре етәкселәре ҡатнашлығында баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрының сығышына ҡарата, республика тәжрибәһенән сығып, үҙҙәренең фекерҙәрен белдерҙе.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры Айһылыу Юнысова әйтеүенсә, милли мәсьәләләргә арналған сығыш бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. «Милли мәсьәләнең илдә үтә лә киҫкенлеген ҡыйыу рәүештә таныуы был йәһәттән Путиндың был өлкәлә аныҡ бурыстарҙы хәл итергә йыйыныуын, конструктив милли сәйәсәт үткәрергә ниәтләүен күрһәтә», − тип билдәләне ғалимә. «Милләт-ара низағтарҙың нигеҙендә социаль-иҡтисади проблемалар ятыуын да, дәүләттең ҡайһы бер вәкилдәренең был мәсьәләгә ҡарата маҡсатлы эш алып бармауын да дөрөҫ таныған ул», − тине сығышында һәм, ысынлап та, милли проблемалар менән шөғөлләнгән ғалимдарҙы, белгестәрҙе туплаған берҙәм орган булдырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Башҡортостан татарҙары» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәмил Бигнов таныуынса, ул ошоғаса Путинды унитар власты яҡлаусы булараҡ ҡабул итһә лә, мәҡәләлә авторҙың, Рәсәй күп милләтле һәм дини конфессиялар менән айырылып торған дәүләт булараҡ, был өлкәләге бурыстарҙы дөрөҫ билдәләүе, хаталарҙы аңлауы хуплауға лайыҡ.
Башҡортостан рустары соборы рәйесе Тимофей Азаров та Премьер-министрҙың актуаль һорауҙы үҙ ваҡытында ҡуйыуын, үҙе етәкселек иткән дәүерҙә милли мәсьәлә буйынса етешһеҙлектәрҙе ҡыйыулығы етеп дәлилләүен урынлы тип иҫәпләй. «Милли мәсьәләне хәл итеүҙе чиновниктарға тапшырырға ярамай, милли тойғолар менән шаярыу ҡурҡыныс, бында бик һаҡ һәм аңлы эш итергә кәрәк», − тигән фекерҙе үткәрҙе ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев та мәҡәләгә ҡарата үҙ фекерен әйтте. «Беҙ был мәсьәләнең ил етәкселәре тарафынан, мөһимлеген аңлап, күтәрелеүен күптән көтә инек. Әммә Путин яҙғандар­ҙа беҙҙең проблемалар тулыһынса сағылыш тапмаған. Уның телгә ҡағылышлы әйткән ҡайһы бер фекерҙәре менән килешмәйбеҙ. Һәр халыҡтың милләт булараҡ уны һаҡлаған туған теле, мәҙәниәте бар. Ниңә ил етәкселәренә быны оноторға һуң? Республикала барлыҡ учреждениеларҙың федераль үҙәккә күсерелеүен үҙәктең беҙгә ҡарата ышанмаусанлыҡ белдереүе тип баһалайым», − тине ул.
«Башҡортостан − күп милләтле, толерантлыҡ, милләт-ара татыулыҡ, тыныслыҡ булған, был мәсьәләләр буйынса айырыуса ҙур тәжрибә тупланған төбәк. Уның был өлкәлә лидер булыуын танырға кәрәк», − тине үҙ сығышында белорус мәҙәни үҙәге етәксеһе Игорь Лясович. «Аҡ бата» ҡаҙаҡ милли-мәҙәни үҙәге президенты Мәрғүбә Шумова фекеренсә, милли мәсьәләләр менән шөғөлләнгән органдың концепцияһын, уның составында кемдәр эшләйәсәген төптән уйларға кәрәк. Милли сәйәсәт өлкәһендә милли ойошмалар вәкилдәренең теләктәренә, фекерҙәренә ҡолаҡ һалыусылар юҡ, БР Халыҡтары ассамблеяһы исем өсөн генә эшләй.
БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Әхәт Мостафин билдәләүенсә, ил президентлығына дәғүә итеүсе үҙенең һайлаусыларының милли төбәктәрҙә икәнлеген яҡшы аңлай. Путин үҙенең мәҡәләһендә милли мәсьәлә йүнәлештәрен нисек күҙаллауын белдерә, шуға ла уның был проекты беҙҙең өсөн яҡын.
Рәсәй Хөкүмәте етәксеһенең актуаль сығышына ҡарата «түңәрәк өҫтәл»дә күп сығыштар яңғыраны. Милли үҙәктәр етәкселәренең фекере бер: проблема аныҡ билдәләнгән, етешһеҙлектәр тәнҡитләнгән икән, дәүләт бөтөнлөгөн һаҡлап алып ҡалыу өсөн Рәсәйҙә йәшәүсе төрлө милләт һәм дингә ҡараған халыҡтың милли талаптарына, улар­ҙың ихтыяжына ла иғтибар бүлеү мөһим.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә