RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

17.01.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Түбәнге Новгородта Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән таныштырыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы вәкил менән төбәк башлыҡтарын Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов таныштырҙы. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Михаил Бабичты РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһына 2011 йылдың 15 декабрендә тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ағзалары үҙҙәренең ултырышында «Башҡортостан Респуб­ликаһының Экология кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын ҡараны. Үҙгәрештәр радиоактив ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең берҙәм дәүләт системаһын булдырыуға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә дәүләт контролен ойоштороу системаһына һәм был контролде башҡарырға хоҡуҡлы башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенә аныҡлыҡ индереүгә, шулай уҡ терминологияны федераль законға ярашлы тәртипкә килтереүгә йүнәлтеүгә ҡағылышлы. Закон проекты республика парламентының пленар ултырышының көн тәртибенә индерелеп, беренсе уҡыуҙа ҡаралһын өсөн, уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Президиумына ебәрергә тәҡдим ителде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев яҙғы сессияға депутаттар корпусы эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне. Республика парламентарийҙарының закондар сығарыу эшмәкәрлеге нигеҙенә Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға «Халыҡ өсөн эшләү» мөрәжәғәтнамәһе ятасаҡ. Республика парламенты спикеры, бөгөн илдә Рәсәй дәүләте башлығы Дмитрий Медведевтың федераль власть органдарында булған ҡайһы бер хоҡуҡтарҙы төбәк һәм муниципалитеттарға бүлеп биреү буйынса инициативаһы тормошҡа ашырыла, тип билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «Йәштәр проекты – 2011» республика йәштәр бизнес-проекттары һәм бизнес-идеялары конкурсында еңеүселәрҙе билдәләне. Конкурста бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм 30 йәшкә тиклемге шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашып, ойоштороу комитетына йәмғеһе 70-тән ашыу бизнес-проект һәм бизнес-идея килгән булһа, 15 йәш эшҡыуар − «Иң яҡшы йәштәр бизнес-проекты» тигән номинацияла, биш кеше «Йәштәр бизнес-идеяһы» номинацияһында еңде. Тәҡдим ителгән эштәр, нигеҙҙә, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш изделиелары етештереү, малсылыҡ, экология һәм мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлеге менән бәйле.

Туймазыла көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте. Ярыштарҙа Туймазы, Шаран райондарынан, Өфө һәм Октябрьский ҡалаларынан, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Дөйөм команда иҫәбендә Туймазы районы – I, Шаран районы – II, Ютазы районы (Татарстан) III урын­ға сыҡты.

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә