RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

13.01.2012 Өс һөйләм менән

Сығарылыш уҡыусылары өсөн иң ҡатмарлы һәм яуаплы осор етә – дүрт айҙан уҡыусыларға БДИ тапшырырға тура киләсәк. Балалар һынау­ҙарға психологик яҡтан мөмкин тиклем яҡшыраҡ әҙерләнһен өсөн Башҡортостан мәктәптәрендә репетиция имтихандары башланды. Математика буйынса тәүге имтихан Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәктәптәрендә үтте лә инде.

Рәсәйҙәге пассажирҙар ташыу өсөн файҙаланылған бөтә төр транспорт ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы менән йыһазландырылырға тейеш. БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, төбәктә «ГЛОНАСС навигация-мәғлүмәт системалары» федераль селтәр операторы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу нигеҙендә әҙерләнгән 2012 – 2015 йылдарға айырым маҡсатлы программа ҡабул ителгән. Был яңылыҡ пассажирҙар ташыуҙың сифатын күтәреүҙе, юл-транспорт фажиғәләрен кәметеүҙе һәм юлдарҙың машиналар үткәреү һәләтен арттырыуҙы күҙ уңында тота.

2011 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, урман хужалығы менән идара итеү буйынса Удмуртия, Татарстан, Алтай крайы һәм Вологда өлкәһе менән бер рәттән Башҡортостан да иң алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Төбәктәргә бындай баһаны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә үткән урман комплексын үҫтереү буйынса Совет ултырышында РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Зубков бирҙе. Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Виктор Масляков билдәләүенсә, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәү буйынса күрһәткестәрҙең күпселеге, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 2011 йылда күпкә яҡшыраҡ.

Төмәндә Иван Поддубный исемендәге грек-рим көрәше буйынса 51-се халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан көрәшсеһе Азамат Бикбаев 84 килограмм ауырлыҡ категорияһында бронза миҙал яуланы. Был урынды ул Новосибирск спортсыһы Евгений Богомолов менән бүлеште. Өсөнсө урын өсөн көрәштә Азамат Роман Мелешинды (ҡаҙағстан) еңде.

Яңы йылдың тәүге аҙнаһынан «Башҡортостан Республикаһы Микрофинанслау үҙәге» төбәктең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрокредиттар биреүен дауам итте. Бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә билдәләнгән матди ярҙамдың күләме 178,75 млн һум тәшкил итә. Микрофинанслау шарттары һәм офистарҙың адрестары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте www.centerrb.ru сайтынан табырға мөмкин.

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә