RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Еңеүселәр билдәләнде

06.01.2012 Еңеүселәр билдәләнде

БР Дәүләт Йыйылышы − ҡорол­тай йортонда һайлау кампанияларын яҡтыртыу буйынса республика конкурсында еңгән журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, бер һайлау барышы ла журналистар ҡатнашлығынан тыш үтмәй, йәғни һәр кампания киң мәғлүмәт сараларында киң яҡтыртыла. Әлбиттә, Үҙәк һайлау комиссияһы менән ваҡытлы матбуғат араһында һалынған күпер дуҫлыҡҡа һәм үҙ-ара аңлашыуға нигеҙләнгән.
Тантанала ҡатнашҡан элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов алда буласаҡ һайлауҙарҙа ла Баш­ҡортостан журналистары эшен сифатлы итеп күрһәтер тигән өмөттә.
Иғлан ителгән конкурсҡа район һәм ҡалаларҙан 46 баҫма үҙ материалдарын тәҡдим иткән.
Еңеүселәр араһында Башҡор­тостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте, «Россия» (Россия − 1) телеканалының «Вес­ти-Башкортостан» программаһы, Хәйбулла районының Аҡъяр телерадиостудияһы, «Юлдаш» радиоһы менән «Спутник 107 ҒМ» каналының яңылыҡтар хеҙмәте, «Ба­шинформ» агентлығы бар. «Кызыл таң» (1-се урын) менән «Баш­ҡортостан» (2-се урын) гәзиттәре республика баҫмалары ара­һында алдынғы булып сыҡты.
Благовещен ҡалаһының «Пано­рама» редакция-нәшриәт комплексы ҡала-райондар араһында беренсе урынды яуланы. «Зиан­чуринские зори» һәм «Баймакский вестник» гәзиттәре редакциялары ла ошо номинацияла призлы урындарҙа.
«Иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы материал өсөн» махсус номинацияһында «Кызыл таң» гәзитенең сәйәсәт, иҡтисад һәм милләт-ара проблемалар бүлеге мөдире Илдар Фазлетдинов менән «Вечерняя Уфа» гәзитенең бүлек мөдире Ирина Карпенко билдәләнде.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә