RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ирекле йәштәр дружинаһы әүҙем үҫешә

31.05.2011 Ирекле йәштәр дружинаһы әүҙем үҫешә

Йәштәр дружинаһы темаһы «БР-ҙа тәртип һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлек итеүсе ирекле йәштәр дружинаһын булдырыу һәм уның эшмәкәрлегенең ғәмәли аспекттары» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» артында тикшерелде.
Унда ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, йәштәр дружинаһы йәмәғәт тәртибен һаҡлау эшендә хоҡуҡ һаҡлау органдарына енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙы тикшереү эшендә ярҙам күрһәтә ала, шунлыҡтан Дәүләт Думаһы тарафынан ирекле йәштәр дружинаһы тураһында закон ҡабул ителергә тейеш.
Туймазы районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Ринат Зарипов районда йәштәр дружинаһы эшмәкәрлегенең нисек ойошторолоуы менән уртаҡлашты: дружиналар 2005 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, һәм бөгөн улар­ҙың рәтендә юғары һәм махсус урта уҡыу йорттары студенттары иҫәбенән 100-ләп егет бар. Дружинаға эләгеү өсөн егеттәр йәш буйынса һайлап алына һәм стресҡа ҡаршы тора алыу буйынса тест үтә. Улар аҙнаһына бер тапҡыр киске сәғәт 6-нан 9-ға тиклем йәмәғәт урындарында тәртип һаҡлай.
«Түңәрәк өҫтәл» барышында күрһәтелгән тәҡдимдәр проектын эшләп еткереү һәм дәүләт органдарының, йәмәғәт ойошмаларының көс-тырышлығын артабан координациялау өсөн эшсе төркөм булдырылды. Уны БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов етәкләйәсәк.

Р. БАЙЫШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә