RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «2012 йылғы һайлауҙа ҡатнашыуым хаҡында тиҙҙән әйтермен»

21.05.2011 «2012 йылғы һайлауҙа ҡатнашыуым хаҡында тиҙҙән әйтермен»

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Сколковола ҙур матбуғат конференцияһы үткәрҙе
«2012 йылғы һайлауҙа ҡатнашыуым хаҡында тиҙҙән әйтермен»«Модернизация – беҙҙең ил үҫешенең иң мөһим йүнәлеше, минеңсә, был үҙебеҙҙәге хәл-торошто сифатлы үҙгәртеүгә килтерергә тейеш. Нәҡ ошо Сколковола яңы технологиялар үҙләштерелә, университет, мәктәп, инновация үҙәге бар. Мин уның, бренд булып, бар донъяға танылыуын теләйем», – тип башланы һүҙен ил етәксеһе. Һорауҙар тематикаһы ярайһы уҡ киң ине. Дмитрий Анатольевич үҙе лә мөмкин тиклем төрлө төбәктәрҙән килгән журналистарға һүҙ бирергә тырышты.

Хөкүмәт эшмәкәрлеге, төбәктәр етәкселәре тураһында

Президентҡа бирелгән тәүге һорау уның министрҙарҙы эштән бушатмауы хаҡында булды. Яуабы дөйөмөрәк, ситләтеберәк булһа ла, Медведев үҙенең шундай вәкәләте булыуына баҫым яһаны. Ә бына киләһе хөкүмәттең, уны кем булдырыуына ҡарамаҫтан, ныҡ ҡына яңыртыласағын да өҫтәп ҡуйҙы.
Президент әйтеүенсә, ул илде етәкләгән осорҙа ике тиҫтәләгән губернаторҙы, төбәк башлығын алмаштырған. Бындай эш дауам ителәсәк, урындарҙа лайыҡлы алмаш әҙерләһендәр, йәштәргә юл бирергә кәрәк, тине Дмитрий Анатольевич.
«Мин хөкүмәтте лә йыш ҡына тәнҡитләйем, әммә ул ойошҡанлы, берҙәм организм кеүек эшләй, шуға ла уның айырым бер звеноһын тарт­ҡылау дөрөҫ түгел», – тигән яуапты ла ишетте журналистар.

Ниңә бензинға хаҡ арта?

Хаҡтарҙың нефть продукттарына дөйөм хаҡ артыуға бәйле икәнен һәр кем аңлай. «Ил хөкүмәте лә быны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша, нефть баҙарын көйләү эштәрен контролләй. Әммә тырышлыҡтар гел генә ыңғай һөҙөмтә килтерә алмай. Үкенескә күрә, мин сикләү сараларын ғына тәҡдим итә алам, мәҫәлән, пошлинаны ҡәтғиләштерергә мөмкин. Был ваҡытлыса хәлде тотороҡландыра», – тине Президент. Тик хаҡтарҙы көйләү эше бик ҡатмарлы.
Әле, ысынлап та, хаҡтар күтәрелә. 2008 йылда барреле 147 долларға етеп, донъяуи көрсөккә килеп терәлгәйнек. Был юлы ла шул хәл ҡабатланмағайы.

Ветерандарға иғтибар

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр йыш күтәрелә. Ил башлығы ла 2008 йылда барлыҡ ветерандарға фатир биреү тураһында указға ҡул ҡуйған. Элекке яугирҙар әҙәйгәндән-әҙәйһә лә, торлаҡ өсөн миллиардлаған һум аҡса талап ителә. «Миңә был торлаҡты ветерандар үҙҙәре түгел, ә уларҙың балалары алыуын да әйткәндәре бар. Дәүләт бит һуғышта ҡатнашыусыларҙың беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә тырышҡанын танырға бурыслы. Әгәр ветеран балалары, ейәндәренә ни ҙә булһа ҡалдыра алыу мөмкинлеген тойоп был донъянан китә икән, был да бәхет бит», – тине Президент.

Владимир Путин менән мөнәсәбәт

Матбуғат конференцияһында ил етәксеһенә был һорауҙың бирелеүенә аптырарға түгел. Сөнки алда һайлауҙар тора һәм барыһы ла президентлыҡҡа кем дәғүә итәсәге менән ҡыҙыҡһына.
Дмитрий Медведев бындай һорау­ға яуапты теүәл бирҙе, тиһәк тә була. «Беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәт ғәҙәти түгел, ә 20 йылдан да ашыуға һуҙыл­ған ысын мөнәсәбәт. Беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ һәм шулай уҡ тоябыҙ ҙа. Беҙ – фекерҙәштәр. Ил үҫеше мәсьәләләрен хәл итеүгә лә бер үк «юл»дан киләбеҙ. Әммә былар, бөтә уйҙар ҙа тап килә, тигән һүҙ түгел. Һәр кеше үҙенсә уйлай. Минеңсә, конкуренция ике төрлө – береһе ярҙам итә, икенсеһе – юлһыҙлыҡҡа алып килә. Мин, кемгә, ҡайҙа һайланырға, тигән мәсьәләгә, иң тәү сиратта ил, халыҡ алдында, яуаплы ҡарарбыҙ, тип өмөтләнәм», – тине Президент.

Рәсәй менән ҡытай, Украина дуҫлығы хаҡында

«ҡытай менән был юҫыҡта хәл-торош бик яҡшы», – тине ил башлығы. ҡытайҙар ҙа нәҡ ошолай уйлай. Был илдәге партнерҙарыбыҙ менән быға тиклем ундай йылы мөнәсәбәттәр булмағандыр ҙа әле. Беҙ сәйәси партнерҙар ҙа, иҡтисади яҡтан да. Әле ҡытай менән тауар әйләнеше 60 миллиард долларға етә. Алда – 100 миллиардҡа еткереү планы. Президент белдереүенсә, Украина ла беҙҙең өсөн бик яҡын ил. Беҙ Европа илдәре лә һаналабыҙ һәм үҙ проекттарыбыҙҙы Европа баҙарына тәҡдим итәбеҙ. Евросоюз менән Рәсәйҙең тауар әйләнеше 250 миллиард долларға еткән. Шулай ҙа Украина – үҙ аллы ил, үҙенсә үҫеш юлын һайларға хоҡуҡлы, ҡыҫылыу дөрөҫ түгел.

Алыҫ Көнсығыш үҫәсәкме?

Үкенескә күрә, был төбәктән халыҡ күпләп күсеп китә. ҡайһылыр урынында быны туҡтатыуға ирешелгән, әммә ул яҡтарҙа йәшәргә теләмәгәндәрҙе ирекһеҙләп бикләп ҡуйып булмай. Шунлыҡтан, Президент, ошо юҫыҡтағы һорауға яуап биргәндә, кешене ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңы эш урындарын булдырыуға, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләүгә иғтибар бүленергә тейешлеген әйтте. «Бында федераль йәһәттән генә түгел, ә төбәктә лә тейешенсә яуаплы сәйәсәт алып барырға кәрәк. Әле бығаса эшләгән программалар артабан да ғәмәлгә ашырыласаҡ, финансланасаҡ. Иң мөһиме, мәғлүмәт коммуникацияларын үҫтереүгә лә иғтибар ҙур буласаҡ, сөнки бер илдә ниндәй ҙә булһа айырымланыу, өҙөклөк булырға тейеш түгел. Юғиһә ҡайһы берҙә Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәрҙән: «Һеҙҙә, Рәсәйҙә, шулай, ә беҙҙә былай», – тигән кеүегерәк фекерҙәр ишетелеп ҡала. Был яҡшы түгел. Беҙ – берҙәм Рәсәй», – тине Д. Медведев.

Өс йылдағы ҡаҙаныштар, етешһеҙлектәр

Был өс йыл Медведевтың президент вазифаһындағы ваҡытын күҙ уңында тота.
«Минеңсә, ҡаҙаныштарға байтаҡ ҡына дәүләт менән көсөргәнешле мөнәсәбәтте яйлауға килтергән тышҡы сәйәси курсты ла индерергә булалыр. Был беҙҙең үҫешкә туранан-тура йоғонто яһай. Беҙ үҙаллылығыбыҙҙы, суверенлығыбыҙҙы яҡлап ҡалдыҡ. Бында мин ҡатмарлы осорҙарҙы, шул иҫәптән 2008 йылды ла күҙ уңында тотам. Әлбиттә, уңыш­һыҙлыҡтар ҙа бар. Беҙ теләгәнсә, етеҙ үҫешә алмайбыҙ. Фәҡирлек юғары, инвестиция климатын да кәрәгенсә үҙгәртә алманыҡ. Әммә был төшөнкөлөккә бирелергә сәбәп түгел, ә артабанғы эштәргә көн тәртибе», – тип йомғаҡланы сығышын Президент.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә