RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

26.04.2011 Өс һөйләм менән

Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыу­сыларға һәйкәл асыласаҡ, әле уның беренсе ташын һалыу тантанаһы уҙҙы. План буйынса, һәйкәл баш ҡаланың Беренсе Май урамында урынлаштырыласаҡ. Бөгөн Чер­нобыль фажиғәһенә 25 йыл тулды, ошо уңайҙан Өфөлә «Һәм йондоҙ атылды» тип аталған концерт та ойошторола.

ҡағиҙә булараҡ, йәй айҙарында йәмәғәт транспорты менән файҙаланыусыларҙың һаны ҡырҡа арта. Шуға ла Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған урындарҙағы тимер юлдар­ҙы быйыл ремонтлаясаҡтар, яңы ҡорамалдар ҡулланып, пассажирҙар өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырыласаҡ. Тимер юлы аша үткән Дим, Шишмә һәм Бензин тип аталған йәйәүлеләр күперҙәре лә өр-яңынан эшләнәсәк.

Башҡортостандың ике районы үткән ял көндәрендә ярауай культураларҙы сәсә башланы, иң тәүгеләр­ҙән булып был яҙғы эшкә Мәләүез һәм Дәүләкән райондары хужалыҡтары тотондо. Баҫыу эшсәндәре күп йыллыҡ үлән үҫтерелгән баҫыу­ҙарҙың 80 процентында химик ашлауҙы тамамлаған, бөгөн республика хужалыҡтарында төп көс дым тотоу­ға йүнәлтелә. Хужалыҡтарҙы орлоҡ, яғыулыҡ һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар юҡ.

Өфөлә яңы «Халыҡсан» художество галереяһы эшләй башланы. Унда билдәле рәссамдар ғына түгел, бөтөнләй бер кемгә лә билдәле булмаған талант эйәләре лә күргәҙмәләр ойоштора аласаҡ. Классик һүрәттәр менән бер рәттән, оригиналь жанрҙарға ла урын бирелә.

Туймазыла сит илдән эшсе көстәр саҡырыу буйынса нормативтарҙы һәм хоҡуҡтарҙы ҡараусы зона семинары үтте. Башҡортостан быға тиклем дә сит илдән килеүселәрҙе йәлеп итерлек төбәк булараҡ билдәләнде, был тенденция һаман да дауам итә. Семинарҙа гастарбай­тер­ҙарҙы эшкә йәлеп итеү ҡағиҙәләре, пландар ҡаралды, проблемалар билдәләнде.

Республика һыу һаҡлағыстары ирегән ҡар ярҙамында етерлек һыу запасы туплаған тип әйтергә була. Бөгөн Нөгөш, Йомағужа һыу һаҡлағыстары етерлек кимәлдә һыу йыйған, Көньяҡ Уралдағы бөтә һыу ятҡылыҡтары ла нормаһын үтәгән. Ә бына иң ҙур һәм ҡеүәтле Павловка һыу һаҡлағысы һыу запасы менән 75 процентҡа ғына тултырылған, белгестәр, унда һыу 10 май тирәһенә етерлек тупланасаҡ, тип фаразлай.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә