RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

19.04.2011 Өс һөйләм менән

19 − 23 апрелдә Өфөлә Мода аҙналығында Вячеслав Зайцевтың Мода йорто ла ҡатнаша. Сара барышында матурлыҡ һәм таланттар конкурстары, рәссам-модельерҙарҙың ярышы ла уҙғарыла, шулай уҡ ижади йәштәр менән коммерция структураларының әүҙем хеҙмәттәшлек итеүе өсөн шарттар тыуҙыраласаҡ. Аҙналыҡ барышында асыҡланған талантлы йәштәр Рәсәй һәм халыҡ-ара мода баҙарында эшләй башлау мөмкинлеге аласаҡ.

Республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиелары яҙғы баҫыу эштәре алдынан ашламалар алыу менән мәшғүл. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙ­мәте биргән мәғлүмәттәр буйынса, үҫемлектәрҙе ашлау Саҡмағош районының ауыл хужалығы предприятиеларында айырыуса әүҙем бара, унда 3163 тонна минераль ашлама индерелгән. Шулай уҡ Стәр­летамаҡ, ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө райондары эшсәндәре лә етерлек ашлама туплаған.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты пассажирҙар һәм йөк ташыу буйынса Волга буйы федераль округында лидер булып тора. Шул уҡ ваҡытта һуңғы йылда авиапассажирҙарҙың артыуы арҡаһында уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн ҡайһы бер техник ҡорамалдарҙың етмәүе һиҙелә башлаған, был – тиҙ арала хәл ителергә тейешле мәсьәлә. Дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округына ҡараған үткәреү пункттары аша көнөнә алты меңдән ашыу кеше юлға сыға.

Үткән ял көндәрендә Өфөлә «Минең республикам» тип аталған социаль-экологик акция старт алды. Унда, башлыса, юғары һәм урта белем биреү учреждениелары уҡыу­сылары, балалар һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Сара барышында үҫмерҙәр һәм йәштәр республиканың ҡала-райондарындағы халыҡ күпләп ял иткән урындар­ҙы сүп-сарҙан таҙарта, йылға-күлдәр ҙә иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай.

Шамил Ганцевтың Яман шеш­кә ҡаршы фонды Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн федераль кимәлдәге онкологик үҙәк асыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Билдәле табип әйтеүенсә, беҙҙә бының өсөн квалификациялы кадрҙар ҙа, юғары технологиялар ҙа етерлек, үҙәк яман шеште тәүге стадияларҙа уҡ асыҡ­лар­ға ярҙам итергә тейеш. Клини­кала бигерәк тә күкрәк биҙе яман шешен профилактикалау һәм дауалау өсөн шарттар булдырырға кәрәк, ни тиһәң дә, тап ошо сир йылдан-йыл күберәк гүзәл заттың ғүмерен өҙә.

Һуңғы ваҡытта Башҡор­тос­тан­да балаларға ҡаршы ауыр енәйәт ҡылыу осраҡтары йышайған, бигерәк тә кескәйҙәрҙе көсләү һәм интектереү факттары артҡан. 2010 йылда республика территорияһында бәлиғ булмағандарға ҡаршы 2445 енәйәт ҡылынған, улар араһында 8 үлтереү, 550 туҡмау, 38 көсләү осрағы бар. Дөйөм алғанда, балалар­ға ҡаршы енәйәт ҡылыу осраҡтары кәмеһә лә, ауыр енәйәттәр һаны артҡандан-арта бара.

Өфөлә Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса Эске эштәр ми­нистрлығының ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм «Йәш гвардия»ның Баш­ҡортостан төбәк бүлексәһе хәүеф­һеҙ юл хәрәкәтен пропагандалаған акция ойошторҙо. Сараны ойоштороусылар водителдәргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙе өйрәткән, республика эсендәге хәүефле юлдар­ҙы билдәләгән, штрафтар тураһында мәғлүмәт туплаған иҫкәртмәләр таратты. Юл хәрәкәтен көйләүселәр был сара ярҙамында юдарҙа тәртипте көсәйтергә, яуап­лылыҡты арттырырға ниәтләй.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә