RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

09.04.2011 Был аҙнала беҙҙе...

ҡурҡытты...
Был аҙнала беҙҙе...7 апрелгә ҡараған төндә Японияның төньяҡ-көнсығышында теркәлгән ер тетрәү эвакуация үҙәктәрендә йәшәүсе халыҡта паника тыуҙырҙы. Бәхеткә күрә, ул әллә ни ҙур зыян килтермәгән. Шулай ҙа 132 кеше йәрәхәтләнгән, дүрт миллион самаһы ғаилә утһыҙ ҡалған, телефон бәйләнеше өҙөлгән. Әммә «Фуку­сима – 1» атом станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре туҡтамаған. Унда авария хәлендәге реактор­ҙарға азот ағыҙыу дауам итә.

Дәртләндерҙе...
Йыһан­ға беренсе осош яһауҙың ярты быуат­лыҡ юбилейын билдәләр алдынан Гагарин исемендәге премия булдырылды. Награда Рәсәй космонавтикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ун белгескә биш йылға бер тапшырыласаҡ. Премияның күләме – бер миллион һум. Тәүге тантана быйыл ойоштороласаҡ.

Аптыратты...
Косово парламентында үткән тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә полицияның генераль директоры урынбаҫары Атифете Яхьяга президент итеп һайланды. Ул был вазифала 2012 йылда үтәсәк һайлауҙарға тиклем эшләйәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел Косовоның элекке президенты Беджет Паколли, Конституция суды президент һайлауҙарын законһыҙ тип табыуға бәйле, отставкаға киткәйне. Әммә был уның киләһе һайлауҙарҙа ҡатнашырға теләмәүен аңлатмай.

һағайтты...
РФ Дәүләт Думаһы автомобилис­тар­ға ҡағылышлы закон проектын ҡарамаҡсы. Ул юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡарал­ған штрафтарҙың ҡайһы бер төрҙәренә ҡағыла. Мәҫәлән, трамвай юлында туҡтаған, машинаны ҡалдырған өсөн түләү 2,5 мең һум булыуы мөмкин. Ә бына йәмәғәт транспорты өсөн бүленгән һыҙаттан йөрөүселәр өс мең һум штраф түләйәсәк.
Телгә алғандарҙан тыш, юлға ҡағылышлы тағы әллә күпме штраф артасаҡ. Баш ҡала «коэффициенты»нан сығып иҫәпләнгән штрафтар Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн бер тигеҙ.
Тарифтар 2012 йылдың 1 июленән ғәмәлгә инәсәк.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә