RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республикабыҙ тәжрибәһе ыңғай баһаланды

05.04.2011 Республикабыҙ тәжрибәһе ыңғай баһаланды

РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Зубков үткәргән видеоселектор кәңәшмәлә ул, үткән йыл урман янғындары буйынса бик ауыр булды, тип билдәләне. Бөтә ил буйынса урман күпләп янды, кешеләр һәләк булды. Шуға күрә быйыл бөтә яҡлап та әҙер булырға, янғынды һүндереү буйынса ла, уны иҫкәртеү йәһәтенән дә күп эш башҡарырға кәрәк.
Сығыш яһаусы башҡа төбәктәргә Башҡортостан тәжрибәһенән өлгө алырға саҡырҙы.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов был йүнәлештә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. БР Хөкүмәте ҡарары менән 2010 йылдың декабрендә «Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге» дәүләт бюджет предприятиеһы булдырылды. Үҙәктең иҫәбендә II типтағы 25 янғын-химия станцияһы һәм участка урмансылыҡ территорияларында 242 янғынға ҡаршы инвентарь һәм ҡорамалдар һаҡланған пункт бар. III типтағы 6 янғын-химия станцияһы ҡуйыу планлаштырыла. 2011 йылда үҙәк өсөн республика бюджетынан 30 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Бынан тыш, республиканың ҙур нефть-газ һәм тау-байыҡтырыу предприятиелары менән янғын хәүефһеҙлеге осрағында ауыр техника бүлеү буйынса килешеү төҙөлгән. «2011– 2015 йылдарға урмандарҙы янғындан һаҡлау» республика маҡсатлы программаһы эшләнде, ул апрелдә раҫланасаҡ. Һәр урмансылыҡта урман янғындарын һүндереү буйынса план эшләнгән һәм раҫланған. Был план Урман хужалығы федераль агентлығы менән килешелгән. Республика райондарында ла әҙерлек ныҡлы һәм төплө бара. Һәр муниципаль районда был йәһәттән оператив план төҙөлгән. Янғынға ҡаршы мониторинг һәм урман ҡануниәтен боҙоуға юл ҡуймау өсөн «Мобиль төркөм» секторы булдырылған.
Мартта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы федераль округы төбәк үҙәге комиссияһы республикала тикшереү үткәргән һәм уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанға ыңғай баһа биргән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә