RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » РФ Дәүләт Думаһында Башҡортостан көндәре үтте

26.03.2011 РФ Дәүләт Думаһында Башҡортостан көндәре үтте

РФ Дәүләт Думаһында  Башҡортостан көндәре үттеМәскәүҙә РФ Фе­де­раль Йыйылы­шы­ның Дәүләт Думаһын­да Башҡортостан Рес­публикаһы көндәре үтте. Унда республиканан төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнашты. Башҡортос­тан күргәҙмә-экспозицияһында республикабыҙҙың тәбиғи һәм иҡтисади мөмкинлектәрен һәм ҡа­ҙа­ныштарын сағылдырған, шулай уҡ башҡорт балы, милли ризыҡтар һәм кейем-һалым, халыҡ кәсепселеге тауарҙары, ҡурай, китаптар ҡуйылған стендтар урын алды.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Дәүләт Думаһы рәйесе Б. Грызлов, РФ Президентының һәм Рәсәй Хөкүмәтенең Дәүләт Думаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре Г. Минх һәм А. Логинов, Абхазия Президенты С. Багапш ҡатнашты.
Дәүләт Думаһының Герб залында республиканың рәсми делегацияһы Рәсәй парламентына Башҡортостандан һайланған депутаттар менән осрашты. Уларға Рөстәм Хәмитов республика яңылыҡтары, яңы осрашыуҙар, килешеүҙәр, яңы мөмкинлектәр тураһында һөйләне.
Дәүләт Думаһының Бәләкәй залында республикабыҙҙың исем туйы үтте. Тамашасыларға Башҡортостан, уның мөмкинлектәре, иҡтисады тураһында фильм күрһәтелде. Рөстәм Хәмитов Сәғүд Ғәрәбстанына сәфәре, ғәрәптәр­ҙең Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләне.
Республика башлығы һәм рәсми делегация менән осрашыуҙа Мәскәү башҡорттары ла әүҙем ҡатнашты. Президент баш ҡалала уҡыусы студенттар менән аралашты һәм БР-ҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Мәскәүҙә уҡыусы йәштәрҙе берләштереүсе студенттар үҙәге булдырыласағы тураһында еткерҙе.
Артабан республика делегацияһы БР-ҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Абхазия Президенты С. Багапш менән осрашты һәм ике республика араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөү тураһында һүҙ алып барҙы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә