RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

19.03.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Дәүләт Йыйы­лы­шы – ҡоролтайҙың рәсми делегацияһының ҡаҙағстандың Астана ҡалаһына эш сәфәре тамамланды. Өс көн дауам иткән эшлекле осрашыуҙа республика парламенты спикеры ҡаҙағстан Сенаты Рәйесе Касым-Жомарт Токаев менән осрашты. Һөйләшеү барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе, парламент-ара бәйләнештәрҙе артабан да нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

21 – 25 мартта Рәсәй Феде­рацияһы Дәүләт Думаһында Баш­ҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк. Аҙна дауамында ил парламентында төбәктең социаль-иҡтисади потенциалын һәм инвестицион күркәмлеген күрһәтеүсе күргәҙмә экспозицияһы эшләйәсәк. Прог­раммала БР Президенты Рөстәм Хәмитов, республика хөкүмәте ағзалары ҡатнашлығында төбәк презентацияһын үткәреү, республика делегацияһының РФ Дәүләт Думаһы етәкселеге, профилле комитеттар вәкилдәре, федераль парламент депутаттары менән эшлекле осрашыуҙары ҡаралған.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын контролдә тотоуға йүнәлтелгән «Халыҡ контроле» проекты барышында «ҡыҙыу линия» ойошторолдо. Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше ваҡлап һатыу магазиндарында һәм сауҙа селтәрҙәрендә социаль әһәмиәттәге тауарҙарға хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүе факттары хаҡында хәбәр итә ала. «ҡыҙыу линия» телефондары: 293-05-55, 297-90-90.

21 марттан 29 апрелгә тиклем мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадалары үтәсәк. Башҡор­тостандан интеллектуаль марафонда 109 уҡыусы ҡатнаша. Еңеүселәр быйылдан башлап юғары уҡыу йортона льготалы ҡабул итеү хоҡуғы биргән олимпиада һөҙөмтәләрен тик бер генә юғары уҡыу йортона тәҡдим итә ала.

Өфөнөң Дим районы поликлиникаһының участка терапевын ете йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Ул мең ярым һумға медицина тикшереүе үткәрмәйенсә һәм диагноз ҡуймайынса «больнич­ный»ҙар биреүҙә ғәйепләнә. Үҙ кеҫәһен анһат юл менән байытҡан хеҙмәткәр иреккә сыҡҡас та өс йыл дауамында һөнәре буйынса эшләй алмаясаҡ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы «Рә­сәйҙең яңы юлдары» проектын тормошҡа ашырыу барышында Өфө­ләге юлдарҙы реконструкциялауға һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 2011 йылда 795 миллион һум аҡса бүләсәк. Быйыл муниципаль һәм республика бюджеттарынан капитал һалыуҙар менән бергә баш ҡалалағы юлдарҙы реконструкциялауға йәм­ғеһе миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Бүленгән средстволар һөҙөмтәле файҙаланылһын өсөн халыҡтан юлдар һәм ихаталар­ҙы төҙөкләндереүгә заявкалар ҡабул итеү ҙә ойошторолған.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә