RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

01.03.2011 Донъя яңылыҡтары

Ете улы ла аҡсаһыҙ

Ливия менән 42 йыл буйы етәкселек иткән Каддафиҙың китеүен талап иткән акциялар 15 февралдән бирле дауам итә.
Иң аптыратҡаны – етәксеһенең баш күтәреп сыҡҡан халҡын ҡан ҡойош ярҙамында тынысланды­рыр­­ға тырышыуы.
Әлбиттә, донъя йәмәғәтселеге бындай хәлгә битараф түгел – Ливия башлығы Муаммар Каддафи һәм уның ете улы, бер ҡыҙы хәҙер бер сит илгә лә индерелмәйәсәк. Был хаҡта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек советы резолюция ҡабул итте.
«ҡара исемлек»кә бөтәһе 16 кеше эләккән, унда Ливияның оборона министры, хәүефһеҙлек хеҙмәте башлыҡтары ла индерелгән. Каддафи һәм уның дүрт улының, ҡыҙының сит илдәге банк иҫәптәре ябылған. Ливиялағы һуңғы сыуалыштарҙа меңдән ашыу кеше үлтерелгән. Яңы ғына ҡабул ителгән резолюция буйынса был хаҡта эш Халыҡ-ара енәйәт судының прокуратураһына тапшырыла. Билдәле булыуынса, Муаммар Каддафи яҡлы кешеләр үҙенең фекерен белдереү өсөн урамдарға сыҡҡан халыҡты законһыҙ рәүештә үлтер­ҙе, яраланы.

Арталар ғына

2010 йылдың һөҙөмтәләре буйынса, ҡытайҙа йәшәүселәрҙең һаны, алты миллионға артып, 1 миллиард 341 миллион кеше тәшкил иткән.
Был хаҡта ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт статистикаһы белгестәре хәбәр итә.
Етмәһә, был һан тулы картинаны асып бирмәй, тигән фекер бар. ҡытайҙағы демографик хәл тураһындағы аныҡ һандар яҡын арала билдәле буласаҡ. Әммә шуныһы бөгөн үк асыҡ – һандар кәмемәйәсәк, ә артасаҡ.
ҡытайҙа халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы һәр ун йыл һайын үткәрелеп тора. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса, был илдә халыҡ йылдан- йыл арта ғына бара. Үткән йөҙ йыллыҡтың 80-се йылдарынан башлап, ҡытайҙа бер ғаиләлә бер генә бала үҫтереү сәйәсәте үткәрелә. Халыҡтың артыуын туҡтатыу өсөн был ғына етмәй, ҡытайҙар оҙаҡ йәшәүе менән дан тота. Яҡын арала илдә эшкә һәләтлеләрҙең һаны ҡырҡа кәмеп, ҡарттарҙың һаны артасаҡ.

Мысыр беҙҙе көтә

Мысыр халҡы тәүҙә, туристарҙың ҡотон алып, демонстрацияларға күтә­релһә, хәҙер, буш торған ҡу­наҡхана, отелдәр өсөн йәне көйөп, урамдарға сыға башланы.
Бөгөн туристик компаниялар, ресторан, магазин хеҙмәткәрҙәре туристарҙың Мысырға ял итергә килергә ҡурҡмауын һорап, транспаранттар күтәреп, Шарм-әл Шәйех­тең үҙәк урамдары буйлап йөрөй.
Халыҡ Мысырҙа демонстрацияларға сыҡҡанда ла курорт ҡалалары имен ҡалды. Шулай ҙа хәҙер ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы отелдәр клиенттар менән 20 – 25 процентҡа ғына тулған. Әле унда Украина туристары ял итә башлаған.
Ә рәсәйҙәр 1 марттан Мысырға ебәрелә башларға тейеш, тигән мәғлүмәт бар. Һәр хәлдә, Мысыр курорттары беҙҙең ил туристарының ҡәҙерен белә.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә