RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

26.02.2011 Өс һөйләм менән

Мәләүездә «Башҡортостан – ҡурсаулыҡтар иле» тигән фотоконкурс үтте. Унда ҡаланың һәм райондың 11-се синыф уҡыусылары ҡатнашты. Жюри ҡарамағына өс номинация буйынса барлығы 30 эш тәҡдим ителде.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында республикабыҙ ҡалалары һәм райондары араһында иң яҡшы архитектура һәм ҡала төҙөлөшө конкурсына йомғаҡ яһалды. Муниципаль райондар араһында беренсе урынға Белорет районы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге лайыҡ булды, икенсе урынды – Бәләбәй районы, өсөнсөнө Дүртөйлө районы алды. ҡала округтары араһында төп бүләккә Күмертау ҡалаһы лайыҡ булды.

25 февралдә Баймаҡ районы муниципаль район советы ултырышы үтте. Совет ҡарары менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Сә­йетов, башҡа эшкә күсеү сәбәпле, үҙ вазифаһынан бушатылды. Уның уры­нына яңы етәксе тәғәйенләнгәнсе был вазифаны ваҡытлыса башҡарыу Илшат Хәмит улы Ситдиҡовҡа йөкмәтелде.

Башҡортостанда ғинуар айында бюджет килеме 7 млрд һумдан ашып киткән. Билдәле булыуынса, бюджетты тулыландырыуҙың төп сығанаҡтары булып физик шәхестәр­ҙең, ойошмаларҙың килеменә, мөлкәткә һалынған һалым тора. Ойошмаларҙың килеменә һалымдан алынған аҡса, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 179,2 млн һумға артҡан, дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем 1107,2 млн һум тәшкил иткән.

Бүздәк районының почетлы гражданы исеме 1993 йылда булдырыла. Ошо йылдар эсендә мәртәбәле исем 20-нән ашыу кешегә бирелгән. Иң беренсе диплом үҙәк район дауаханаһы табибы Әнәс Хәмә­ҙуллинға тапшырыла, быйылдан райондың тағы өс кешеһе был маҡтаулы исемде йөрөтәсәк.

Башҡортостанда сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу буйынса яңы программа эшләй башланы. Ул халыҡ араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы дәртләндереүҙе, спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүсе кешеләр һанын арттырыуҙы, наркотиктарға бәйлелек синдромы менән ауырыу­сылар күләмен кәметеүҙе күҙ уңында тота. Яңы программа 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә