RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәш эшҡыуарҙарға юл аса

28.08.2010 Йәш эшҡыуарҙарға юл аса

Өфө районының «Восход» ял итеү базаһында «Бизнес-йәй – 2010» V йәштәр фестивале дауам итә. 26 августа шуға бәйле матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Унда сарала нимәләр буласағы һәм уның эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙәге әһәмиәте тураһында һүҙ алып барылды.
Быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылған был сара бүтән йылдарҙыҡынан айырылып тора. Унда бизнес буйынса айырым тренингтар һәм мастер-кластар ғына булмаясаҡ, ә бөтә саралар ҙа дөйөм бер программа сиктәрендә – Таллин менеджерҙар мәктәбенә нигеҙ һалыусы Владимир Тарасов технологияһының моноформатында барасаҡ.
Фестиваль иң талантлы 50 йәш кешене йыйған. Улар араһында йәш эшҡыуарҙар мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары, яңы үҙ эшен башлаған һәм инде ҙур уңыштарға өлгәшкән эшҡыуарҙар, студенттар, «Селигер – 2010» Бөтә Рәсәй форумының «Һин – эшҡыуар» сменаһында ҡатнашыусылар бар. Уларҙың бөтәһе лә – һайлап алынған иң әүҙем, тырыш һәм үҙ бизнесы тип янған 35 йәшкә тиклемге йәштәр. Иртәнге сәғәт 7-нән киске 11-гә тиклем барған тығыҙ һәм ҡыҙыҡлы программала йәштәр үҙҙәренең бизнес-проекттарын тәҡдим итә. Фестивалдең маҡсаты – инновацион идара хеҙмәткәр­ҙәре әҙерләү. Бизнес донъяһында нисек хаталар яһамаҫҡа, нимәләрҙе мотлаҡ белергә кәрәк, йәш эшҡыуар ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашасаҡ – программа ошолар менән таныштыра. Үҙенең предприятиеһын асырға йыйынған йәш эшҡыуарҙың унда «Президент», «Дәүләт Думаһы», «Һалым инспекцияһы» менән осрашыуы мөмкин. Иң мөһиме, ул тормошта тап булырҙай проблемалар менән осраша, уларҙы еңергә өйрәнә.
БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының башҡарыусы директоры Ирина Абрамова «Бизнес-йәй» проектының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында ла һөйләне:
– Эшҡыуарлыҡҡа һәләтле кешеләр бик күп түгел. Улары ла бизнестың серҙәрен тейешенсә кимәлдә белмәй, закондар менән таныш түгел, тәжрибәләре юҡ. Шул уҡ ваҡытта, әгәр үҙ эштәрен асырға теләһәләр, уларға бүтән бизнес субъекттары менән бер үк шарттарҙа эшләргә тура килә. Шуны иҫәпкә алып, 2005 йылда ошо фестивалгә нигеҙ һалдыҡ. Проектҡа иң һәләтле, конкурс­тарҙа еңгән, үҙен киләсәктә уңышлы эшҡыуар итеп күрһәтерҙәй кешеләр генә йыйыла. Уларҙы бизнес серҙәренә өйрәтеү өсөн инновацион алымдар ҡулланыла, һәр ҡатнашыусы үҙенең нимәгә һәләтле икәнен һынай ала. Уҡытыусылар ҙа ҙур тәжрибә туплаған, үҙ миҫалында өйрәтә алырҙай алдынғы бизнес-тренерҙар. Шулай уҡ ҙур уңыштарға өлгәшкән эшҡыуарҙарҙы ла саҡырабыҙ, йәштәр улар өлгөһөндә үҙҙәре алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгәшергә өйрәнергә тейеш. Ғәҙәттә, бизнес буйынса белем алыу ныҡ ҡиммәткә төшә, ә беҙ социаль хаҡтар буйынса эшләйбеҙ. Биш көн буйына барған фестивалдә белем алыу яңы эш башлаусы эшҡыуарға – 1500, тәжрибәлеләргә 5000 һумға төшә.
50 генә кеше ҡатнашһа ла, фестивалгә килергә теләүселәр күп булған, ғаризалар әле һаман да килеүен дауам итә, тип белдерҙе «Бизнес-йәй – 2010»-ды ойоштороу­сылар. Шуға фестивалде киңәйтергә лә тәҡдим иткәндәр, киләсәктә, бәлки, дәүләт ярҙамы булһа, «Бизнес-ҡыш» та уҙғарылыуы мөмкин.
31 августа фестиваль ябыласаҡ. Унда дөйөм көс менән әҙерләнгән бизнес-проектты тәҡдим итәсәктәр. Уны баһалау өсөн тантанаға министрҙарҙың да килеүе көтөлә.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә