RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил хәстәрен иңдәренә йөкмәп…

22.03.2018 Ил хәстәрен иңдәренә йөкмәп…

Ил хәстәрен иңдәренә йөкмәп…
Күренекле хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре ӘмирСолтангәрәевкә 60 йәш

Очерк
I

Көйөргәҙе төбәге – легендар ер. Уның йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ дала-ҡырҙары, тармут-тармут һырттары, батыр баһадирҙың киң күкрәге шикелле, башҡорт иленең көньяҡ сиген баҫҡынсыларҙан, барымтасыларҙан, Ырымбур далаларынан иҫкән ҡыуан елдәрҙән, ил-йортто туҙҙырыр ҡойондарҙан ышыҡлап, һаҡлап торор ҡалҡан булған.
Борон-борондан был бөрйән ырыуы ерҙәрендә быуын-быуын данлыҡлы батырҙар күтәрелгән. Уларҙың иң билдәле вәкилдәре Алдар Иҫәкәевтең көрәштәше, беҙҙең юбилярҙың иң оло олатаһы Ямат Бикәевтән башлана.
Үткән быуаттың һуңғы сирегендәКөйөргәҙенән тиҫтәләрсә күренекле шәхестәр илгә танылды. Шуларҙың береһе – Әмир Миһран улы Солтангәрәев. Уны яҡташтарының береһе менән дә бутау йә сағыштырыу мөмкин түгел. Ул – үҙенсә, солтангәрәевсә шәхес. Ғәжәйеп бай йөкмәткеле, төрлө-төрлө сифаттарға эйә ул. Уға хас кешелек асылын бер-ике һөйләм менән генә лә әйтеп тә биреп булмай. Уның кем, ниндәй шәхес икәнлеген, ниндәйен яуаплы эштәр башҡарып сыҡҡанын күҙ алдына килтереү өсөн кәнсәләр стилендә мәғлүмәт теҙеп сығырға кәрәк.
«Әмир Солтангәрәевтың тормош юлы һәм хеҙмәт хеҙмәт эшмәкәрлеге» тип аталған «мәғлүмәт реестры» ҡыҫҡаса түбәндәгесә бына ошондай:
Әмир Миһран улы Солтангәрәев 1958 йыл 20 февралдә Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тыуған.
1975 йыл – Таймаҫ урта мәктәбен тамамлай һәм армияға тиклем Күмертау вертолет заводында рәссам.
1976 – 1978 йылдар – Совет Армияһ ында хеҙмәт осоро.
1978 йылдан Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты, шул уҡ ваҡытта БДУ-ның йәмәғәт ойошмаларында етәкселек итә, ҡурай ансамблен етәкләй.
1988 йыл – М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспиранты.
1990 йыл – Башҡортостан Республикаһы Юстиция Министрлығы консультанты.
1994 – 2002 йылдар – Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәтсаралары министры урынбаҫары.
2002 йыл – Башҡортостан Республикаһы Яғыулыҡ-энергетика комплексы системаһына эшкә күсерелә.
2008 йыл – «Халыҡ-ара Өфө аэропорты» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы.
Әмир Солтангәрәев күҙгә күренерлек, йәмәғәтселеккә танытырлыҡ бихисап эштәр башҡара. Юстиция министрлығында эшләгән саҡта ныҡышмалы рәүештә Республикаға суверенлыҡ яулау хәрәкәтенең хоҡуҡи нигеҙҙәренә бәйле Төп закондар әҙерләүгә ең һыҙғанып тотона. Дәлилдәр килтереп, төплө, ҡыйыу мәҡәләләр менән республика матбуғатында, ТВ, радиола сығыштар яһай.
Әмир Миһран улына башҡорт телен белгән юристар аҙ булыуы тыңғылыҡ бирмәй. Ул 1993 йылда БДУ-ның юридик факультетының филиалын Сибайҙа асыуҙы һәм БДУ – ның юридик факультетында башҡорт төркөмө булдырыуҙы күтәреп сыға һәм күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп тормошҡа ашырыуҙы өлгәшә. Шул уҡ йылда ул ошо факультеттар өсөн күләмле “Русса – башҡортса”, “Башҡортса - русса” һүҙлектәр төҙөй. Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыуы юридик юнәлештәге кластарҙы астырыуҙы юллай.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Министрлығында министр урынбаҫары булып эшләгән осорҙа Әмир Солтангәрәев тарафынан бер – нисә мөһим, шул иҫәптән «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» закон проекты әҙерләнә һәм ҡабул ителә. БДУ – ның журналистика факультетын асыуҙа Башҡортостан журналистикаһының хоҡуҡи нигеҙҙәре китабы булмау тотҡарлыҡ килтереп сығарғас, Әмир Миһран улы тиҙ арала буласаҡ журналистар өсөн “Матбуғат, мәғлүмәт һәм хоҡуҡ” исемле уҡыу әсбәбен әҙерләп сығарып та ҡуя.

Шул осорҙа университетта журналистика һөнәрен булырыу мәсьәләһен ҡараған кәңәшмәлә БДУ ректоры, беҙҙең арҙаҡлы шәхесебеҙ Рәғиб Насретдин улы Ғимаев ҡыуанып та, борсолоп та: “Халыҡ”- тиһәң был Әмир эске булмышы менән мәсьәләне һөрөп алып бара, һис уға ҡаршы торорлоҡ тугел, ана, бер-ниндәй материаль-техник базаһыҙ Сибай факультетын да астырҙы...”- тигәйне. Эйе, ул замандарҙа Әмир күптәргә тыңғы бирмәне.
Киң мәғлүмәт сараларында уңышлы эшләүселәрҙе бүләкләү өсөн почетлы исем булмағанлыҡтан, Әмир Миһран улы “БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем һәм архив материалдарын өйрәнеп, “Мөхбир” тип аталған тәүге башҡорт гәзитенең Ырымбурҙа 1917 йылдың 14 июнендә донъя күреүен иҫәпкә алып, Башҡортостанда тап ошо көндә матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамын билдәләү тураһында закон акттары әҙерләй.
Шуның менән бер рәттән, Ҡурған, Силәбе, Свердловск, Пермь, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә башҡорт телендә гәзиттәр сығарыуҙы ойоштороу, уларҙы материал-техник йәһәттән тәьмин итеү буйынса Ә. Солтангәрәев һөҙөмтәле эш башҡара. Ошо өлкәләрҙә йәшәүсе һәләтле башҡорт балаларын Башҡортостан вуздарында уҡытыу өсөн,был мәсьәлә үҙе эшләгән министрлыҡ ҡарамағында булмаһа ла, квоталар бүлеүҙе яйға һала.
Ниндәйен тынғыһыҙ һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек! Ниндәйен күп төрлөлөк һәм бер-береһенә өҫтәлеүсе, бер-береһен көсәйтеүсе уңыштар! Ошо хәҡиҡәткә һығымта яһаған һымаҡ, бер автор былай тип яҙған: «Әмир Солтангәрәев менән тәүге тапҡыр осрашып һөйләшкәс, уның бер туҡтауһыҙ ашҡынып, йылғыр тормош карабында йөҙгән төҫлө, тәрән тамырлы, рухлы, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер шәхес булыуына һоҡландым» (Нурия Хәлилова, «Солтангәрәевтар нәҫеле» китабынан, 2007 йыл). Ғөмүмән, Әмир Миһран улына масштаблы фекер йөрөтөү, башҡалар күрмәгәнде күреү, бер юлы күп яҡлы һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыу хас.
Өс-дүрт тиҫтә йыллап ғүмер юлын яуаплы дәүләт хеҙмәтендә үткәрә. Был хеҙмәттәрҙең һәр береһе, билдәле булыуынса, ҡәтғи инструкциялар йә закон статьялары менән сикләнгән. Әмир Солтангәрәев ошондай шарттарҙа ла инструкциялар ҡолона, ҡоро, ҡәтғи чиновникҡа әүерелеп китмәгән. Ул халҡына реаль файҙа килтерерлек эштәр башҡарырға тырышҡан һәм быға өлгәшкән. 2009 йылда Халыҡ-ара Өфө аэропортында эшләгәндә ул «Башҡортостан Республикаһында 2009-2019 йылдарҙа һауа транспортын үҫтереүҙең республика маҡсатлы программаһын» төҙөү инициативаһы менән сыға һәм уны төҙөп, раҫлатыуға өлгәшә. Ошо программаға ярашлы,ул дәүерҙә Башҡортостанда «Арҡайым» милли авиакомпанияһы ойошторола, Сибай һәм Нефтекама ҡалалары аэропорттары яңынан тергеҙелә һәм эшләй башлай.
Үрҙә әйтелгән факттар Әмир Солтангәрәевҡа хас шәхси сифаттарҙың бер генә үҙенсәлекле яғын асып бирә. Ул – ил хәстәрен иңенә йөкмәп йәшәүсе ир-уҙаман. Һәр яңы дәүерҙә килеп тыуған ил, халыҡ яҙмышына ҡағылышлы ҡырҡыу мәсьәләгә ҡарата халыҡ-ара, кешелек ҡанундарына таянған үҙ фекерле шәхес.
II
Әмир Солтангәрәев теремек йәнле, сәсән телле, алтын ҡуллы һөнәрмән кеше.«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» – тигән мәҡәл нәҡ Әмир өсөн генә әйтелгән кеүек, сөнки уның белмәгән эше юҡ: оҫта рәссам-биҙәүсе, ҡурайҙа, флейтала, гармунда, баянда өҙҙөрөп уйнау менән бергә бер нисә китап-дәреслектең авторы.Баҫҡан урынында ут сығарып торған Әмир менән бер ултырып һөйләшеүе үҙе бер ғүмер, тиер инем..
Әмирҙең ҡурайға һәм гармунға тартылыуы мәктәп йылдарына тура килә.
…Юрматы ауылында йәшәгән өләсәһенә ҡунаҡҡа барған саҡта кисен бер төркөм йәштәрҙең урамдан абзыһы Фаил Әбдерәковтың баян моңона ҡушылып йырлашып үткәне ун йәшлек малайҙың күңелен елкетә, йоҡоһон осора. Гармун моңо, ҡолағында тынмайынса, йоҡо бирмәйенсә, гелән яңғырап торған төҫлө уға. Ошо көндән башлап: «Нисек гармун һатып алырға, өйрәнергә?» – тигән бер һорау малайға тынғылыҡ бирмәй.
Бер саҡ әсәләре Рафиға малайҙары йәй буйы -Әмире совхоз тайҙарын көтөп, Азаты аттар өйрәтеп алған аҡсаларын йомарлап тотоп, ике улын эйәртеп ауыл лафкаһына бара. Көҙ еткән, малайҙарға йылы кейемдәр алырға кәрәк. Иң тәүҙә өлкән улы Азатҡа бушлат (оҙон бишмәт) һатып ала. Әмиргә лә шулай итмәксе. Малай, аяҡ тыпырҙатып, ҡаршы төшә:
– Ә миңә, гармун! – тип әсәйҙең беләгенә йәбешә. Ошо бер һүҙҙән әсә улының күңелен аңлай һала. Атаһы Миһран ағай ҙа бит «Саратский» гармунды һайратҡан кеше. Бушлат урынына гармун алына. Әмир бушлатһыҙ ҡала. Әммә гармунлы була. Салт тауышлы “Тульская” хромкаһын алмаш-тилмәш тызҡылдатып, Азат менән Әмир ауылдың оҫта гармунсыларына әүерелә. Ике малайға – бер бушлат. Ике малайға – бер гармун.
Малайҙарҙың гармун өсөн тартышҡан саҡтары булһа булғандыр. Ә бушлат өсөн тартыш булманы. Ни өсөн тигәндә, әсәй кеше, тиҙ арала йүнен күреп, Әмиргә лә бушлат һатып алды. Әмир уның шулай буласағын, теге саҡта магазинда ныҡышып гармун алдырған саҡта уҡ эстән генә белеп тора ине.
Улар тиҙ арала гармунда өйәрәнеп утыҙлаған үҙ тиҫтерҙәрен гармунға ылыҡтыралар. “Беҙ ул замандарҙа ауылда ансамбль яһап 50 – ләп гармунсы бергә уйнай торғайныҡ” - тип хәтерләй Әмир Миһран улы.
Әмир моң юлынан артабан атлай. Көтөлмәгәндә ҡурайға ҡыҙығып китә, …1968 йылда булһа кәрәк. Ауылда телевизор күрһәтә башлай. Ағаһы, диктор Марат Рафиҡов Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡурайҙа “Сыңрау торна” - ны уйнауын иғлан итә. Әмир уны иҫ-аҡылы китеп ҡарай. Ошо мәлде ул былай тип хәтерләй:
– Ҡурай тауышын радио аша ишетә инек. Ә бынаМарат авзый телевизорҙан иғлан иткән тере ҡурайсыны күреү хайран итте. Ишмулла ҡурайсының шул саҡтағы һыны, үҙен тотошо, йылдам хәрәкәттәре сихри донъяға алып керҙе һәм ҡурай моңо ғүмерлеккә күңелемә һеңде. Үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем:
– Валлаһи, өйрәнәсәкмен!
Атаһы, яҡын-тирә ялан урмандарҙа хәҙер ҡурай үләне күренмәй ул тигәс, Әмир бик борсола. Көнөн-төнөн ҡурай тураһында уйлай торғас, бер төш күрә. Имештер, ул эҙләгән нәмәкәй үҙе уҡыған мәктәптә күптән көтә. Спортзалда сөйҙә элеүле торған гимнастика менән шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙың биленән үткәреп өйөрөлдөрә торған пластмассанан эшләнгән йомро дүңгәләк була инде. Уны “һелтәп” өйгә алып ҡайта, бер өлөшөн ҡырҡып, мунсала эҫе һыуҙа йылытып, тегеләй-былай әүәләп турайта, һыҙғыртып ҡарай. Көпшә ғыжлауыраҡ тауыш сығара. Хәҙер инде уны ысын ҡурайға еткерәһе ваҡ эш башлана.
Мәктәп китапханаһыда Ғата Сөләймәновтың ҙур форматтағы «Ҡурай» исемле китабы күптән күҙенә сағылғайны уның. Уҡып ҡарағас, Әмирҙең башы күккә тейә. Китапта ҡурай яһау үлсәмдәре күрһәтелгән. Совхоздың ремонт мастерскойында көпшәгә токарь ағайҙан станокта уйымдар эшләтеп алғас, уйнарға өйрәнә башлай. Киләсәктә ул был яҡтарҙа һирәк булған үлән ҡурайҙың үҫкән урынын да таба. Таймаҫтан 20 саҡырым әле гелә атаһы яғынан да өләсәһенең, тыуған ауылы Юрматы эргәһендәге умарталыҡ тирәләй генә. Тәбиғәттән, тыумыштан бирелгән һәләт, туҡтауһыҙ тырыш хеҙмәт арҡаһында ул үҙен ысын ҡурайсы итеп таныта.
Йылдар алға тәгәрәй, аралары бер йәш кенә булған Азат менән Әмир малайлыҡтан егет ҡорона аяҡ баҫа. Өҙҙөрөп гармун уйнаған был ике егет мәктәптәге, ауылдағы мәҙәни сараларҙың, киске уйындарҙың, байрамдарҙың, туйҙарҙың, алыштырғыһыҙ өлөшөнә, тирә-яҡты магнит шикелле үҙенә тартып торған йәнле һәм дәртле йәшлек символына әүерелә.
Бөгөнгө көндә Әмир Солтангәрәев тураһында һәр ваҡыт «оҫта ҡурайсы», «виртуоз гармунсы» тип әйтәләр һәм яҙалар. Ул ҡурай уйнағанда ҡушылып йырлап ебәрерҙәй булаһың, ә өҙҙөрөп бейеү көйҙәрен гармунда тартҡанда тәндәр земберләп китеп бейергә төшмәйсә түҙеп ултырып булмай…
Кендек ҡаны тамған ауылы Таймаҫ, тирә яҡҡа йәм биреп балҡып ултырған ата йорто уны һәр ваҡыт тартып тора. Тәбиғәте уны изге эштәргә ынтылдырта. Ул зауҡлап ата йортон ғына түгел, үткән йыл ауылының тарихи “Шалтыран” шишмәләрелә таҙартылып, бетон ҡоршауҙар һәм һыу ағырға торба ҡуйып, тирә яғына майҙан итеп тәбиғи таш тушәп йәнләндерҙе. Ауыл зыяратын да хәстәрләргә лә онотмай ул. Өләсәһе Өмөкамал, олатаһы Ноғоман, атаһы Миһран, әсәһе Рафиға, ағаһы Азат ята был зыяратта. Уларҙың ҡәберҙәре күркәм кәшәнә менән уратылған. Гранит плитәләрҙән иҫтәлек һәйкәлдәрен зауыҡлы дизайн менән ул үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған. Әйткәндәй, йөҙйәшәр өләсәһе (1885-1983) бик алдынғы ҡарашлы була. Заманында Ырымбур театрын ойоштороуҙа ҡатнаша, 1906 йылда театрҙы япкас бер-нисә әртискәне Таймаҫҡа алып ҡайтып кейәүгә димләп бирә. “Аҡмулланың шиғырҙарын мөнәжәт итеп йырлап тик йөрөр ине өләсәйем”- тип хәтерләй Әмир. Элек күршелә малайлыҡта булған, һуңынан “Башкурдистан” гәзите редакторы Бәхтигәрәй Шәфиев та ғаилә дуҫы була. Өләсәһе, Әмирҙең зирәклеген күреп, “Һиңә артабан Диккәт уҡыған ерҙә уҡырға кәрәк” тигән васыяты була. Диккәт Бураҡаев Әмирҙең атаһы Миһрандың яҡын туғаны, Таймаҫ урта мәктәбендә уҡыған йылдарында Диҡҡәт улар өйөндә йәшәй.. Өләсәй дөрөҫ һиҙемләй, Әмир ҙа артабан ошо уҡыу йортонда - МДУ-ла белем ала.
Әмирҙең атаһы, Миһран Ноғман улы Солтангәрәев III дәрәжә Дан ордены, Ватан һуғышы ордены кавалеры һуғыштан 1944 йылдың 2 декабрендә өсөнсө төркөм инвалиды булып тыуған ауылы Таймаҫҡа ҡайтып төшә. Уны ауыл Советы секрктары итеп һайлайҙар. Уңай сығарып һуғышта һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған ауылдаштарының бөтә ғаиләләренә лә пособиялар юллап бирә. Шул уҡ ваҡытта мәктаптә рәсем дәрестәре бирә, ауыл клубын, ауыл советы йортон зауыҡлы итеп биҙәүсе, паннолар төшөрөүсе һәләтле рәссам булыу менән бер рәттән спектакль, концерттарҙа ойоштора. Һуңыраҡ совхов юрисконсульты булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында вафат булған ауылдаштарына ауыл уртаһында 1970 – се йылдарҙа уҡ үҙе эскиз яһап мөһаббәт һәйкәл ҡуйыуҙы ойоштора. Ул бөгөн дә балҡып ултыра. Уның ошо һыҙаттары Әмир улына күскән, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Миһран Солтангәрәевтың рәссамлыҡ һәләте тураһында скульптор Өлфәт Ҡобағошов бына нимә яҙҙы: «... Миһран ағайҙың төшөргән һүрәттәренә һоҡланып ҡарап, беҙ, бәләкәйҙән, шулай төшөрһәң ине тип хыялланып үҫтек...».
Әмирҙең ата - әсәһе бер-береһенә бигерәк тә тап килгәндәр. Миһран яу ҡаһарманы булһа, Рафиға – хеҙмәт геройы. Атаһы Шафиҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғас, ҡыҙыҡай йәтимлектә тиерлек үҫә. Тиҫтерҙәре менән бергә ең һыҙғанып колхозда эшләй. Мәләүез-Федоровка юлы төҙөлөшөндә, Стәрлетамаҡ-Мәләүез тимер юлын һалыуҙа ҡатнаша. «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградлана.
Миһран Солтангәрәевкә тормошҡа сыҡҡас «Таймаҫ» совхозында оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләй. Бер нисә тапҡыр Күмертау район советы депутаты итеп һайлана. Татыу, етеш ғаиләлә биш бала үҫтерәләр: Азат, Әмир, Рәхилә, Әхәт, Зөлфиә.
Ул йылдарҙа Таймаҫ ауылында Әмир менән Азат исеме һәр ваҡыт йәнәш йөрөй. Аралары бер йәш кенә булған егеттәр игеҙәктәр һымаҡ бергә үҫә, малайлыҡ шуҡлыҡтарынан азат булмаһалар ҙа, уларға етди совхоз эштәрен дә йөкмәтәләр. Киске уйындарҙың да биҙәге булырға өлгөрәләр. Ә инде ауылдың ике гармунсыһы, совхоздың һәматайортоноң таянысы– шаян, баҫҡан ерендә ут сығарыр Әмир менән һалмаҡ Азат армияға саҡырылғас, уларҙы бөтә ауыл оҙата, ләкин Азат иҫән ҡайта алмай.Ул Алыҫ көнсығышта пограничник булып хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәтте тултырып ҡайтырға бер нисә генә көн ҡалғас, хәрби бурысты үтәгәндә Даманск заставаһында алыш ваҡытында ҡаты яралана. Ауыр хәлдәге һалдат Владивосток ҡалаһы госпиталендә вафат була.
Шулай итеп, Әмир уң ҡанатһыҙ, таяуһыҙ ҡала. Азат өсөн дә йәшәйәсәкмен, тип һүҙ бирә үҙенә һәм ошо антына тоғро ҡала. Ике кеше өсөн эшләй, йәшәй.
Әмирҙең балалары ла ата-бабаларының иң яҡшы сифаттарын үҙенә һеңдереп үҫә. Ҡыҙы Әлиә судья, балалары Асҡар, Мәрйәм, Кәримде үҫтерәләр. Улы Булат үҙенә бүленгән ун ете йыл ғүмере эсендә үҙен төрлө яҡлап үҫтереп, уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта маһирлыҡ күрһәтә, геосәйәсәт, хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһына һәм йәштәргә эталон булырлыҡ күп яҡлы шәхес булып формалаша. Олимпиадала яулаған еңеүе уға 11-се класта уҡығанда уҡ МДУ – ның бер нисә факультетына имтиханһыҙ инеү хоҡуғын бирә. Ләкин Булаттың ғүмере 2011 йылда ҡот осҡос автомобиль аварияһында өҙөлә. Бөгөн “Йәшлек” гәзитендә Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына уҡыусылар ижади бәйге әүҙем бара.
Ҡанаттары ҡайырылған шәхес ул осорҙа ниҙәр кисереүен, нисек яңынан аяҡҡа баҫыуын үҙе генә белә торғандыр. Шулай ҙа ул яҙмыш елдәренә ҡаршы торор саралар таба. Ҡанат яңыртҡан бөркөт кеүек, ауыртыуҙар, һыҙланыуҙар аша ҡалҡынып, яңынан-яңы бейеклектәргә талпына. Ул үҙенең был донъяла осраҡлы кеше түгеллеген яҡшы белә, тормошҡа глобаль бейеклектән һәм киңлектән ҡарай. Ата-бабаларының тарихы, шәжәрәһе, үҙе йәшәгән осор тураһында яҙып,бер-бер артлы ҙур күләмле китаптар сығара, Бөгөн уның әҙәбиәттә документаль проза өлкәһендә уңышлы эшләүен дә әйтеп үтке килә. Рәсәй Яҙыусылар союзы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы ул. Өҫтәүенә Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Юстиция һәм II-се класлы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Кәңәшсеһе дәрәжәләренә эйә.
Арҙаҡлы Бөрйән ырыуы, улдары Әмир Миһран улы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ни тиһәң дә ул – тормошон шәхси эгоизмға ғына ҡормай, үҙен киң мәғәнәлә ғаилә, нәҫел, ырыу, халыҡ вәкиле итеп үҫтереп, тормошо һәм эшмәкәрлеген йәмғиәтте камиллаштырыуға бағышлаған кеше, шәхес.
Әмир Миһран улы Солтангәрәев бөгөн – 60 тигән үргә еткән, һайлаған юлынан артабан лайыҡлы барыр өсөн етерлек тәжрибә, аҡыл, көс-ғәйрәт туплаған ир-уҙаман. Ул артылаһы үрҙәрҙең еңел түгеллеген яҡшы белә, шулай ҙа үҙенә генә хас ныҡышмалыҡ, етеҙлек, ябайлыҡ, шаянлыҡ кеүек сифаттарына таянып, тормош тигән бейеклеккә үрләүен дауам итә. Хәйерле юл һиңә, уҙаман!

Тимерғәле Килмөхәмәтов,
яҙыусы, филология фәндәре докторы,
БДУ профессоры, М.Өмөтбаев, З.Биишева исемендәге премиялар лауреаты.
Өфө,февраль. 2018 йыл.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә