RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатын-ҡыҙ тотондо, бәлки, тыныр

05.02.2016 Ҡатын-ҡыҙ тотондо, бәлки, тыныр

Беҙҙең телеканалдар Сүриә ҡыҙҙарының һуғышҡа әҙерлеген рекламаланы..

Хәтерегеҙҙәме, бынан бер йыл элек кенә “Көньяҡ ағым” газ үткәргесе проекты Көнбайыш менән борсаҡ бешмәгәнлектән туҡтатылғас, юлын үҙгәртеңкерәп, “Төркиә ағымы”на әйләндерҙек тә, төрөк дуҫтарҙың беҙҙең газды Европаға һатыуы уңышлы булһын, тип ҡыуана-ҡыуана теләк теләнек? Иртәрәк ҡыуанғанбыҙ – былтыр ноябрҙә Төркиә менән ара һыуынды. Проект “туңдырылды”. Ниндәй хәйерһеҙ бер газ үткәргес булды һуң әле? Әммә киләсәктә уның йәйелеүе бик ихтимал. Үсегешеү бөтһә, әлбиттә. Вашингтондағы төрөк илсеһе урынбаҫары Туғай Тунжер әйтеүенсә, “Төркиә ағымы”н улар коммерция проекты булараҡ ҡарай һәм ике яҡтың һөйләшеп килешеүенә ышана. Әгәр Рәсәй теләһә, тигән кеүегерәк һүҙҙәр әйтелгән. Ә унан алдараҡ беҙҙең илдең энергетика министры Александр Новак, Европа менән Төркиә ҡыҙыҡһыныу белдерһә, властар проектты ғәмәлгә ашырырға әҙер, тигәйне. Ахыры, әле ике яҡ та бер-береһенең аҙым яһағанын көтә. Проект шәп былай. Ике яҡҡа ла кәрәк. Шулай ҙа Ҡара диңгеҙ төбөнән Төркиәгә табан Рәсәй газы гөжләп үтерме-юҡмы, бер кем белмәй. Араны “йылытыу”ға Сүриәләге һуғыш тамамланыуы булышлыҡ итер ине. Ғөмүмән, Яҡын Көнсығышта тыныс көндәр тиҙ арала булыуы икеле ул. Европала һөйләшеү башланды әле.

Һаумы, Женева, Сүриә һуғышын һиндә тикшерәләрме ул?

Бер аҙна элек Швейцарияның Женева ҡалаһында Сүриә хөкүмәте һәм оппозицияһы вәкилдәре ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр башланды. Ҡыҙыҡ хәл килеп сыға – һуғышырҙан алда берәй нисек һөйләшеп килешеү яйын табырға булмағанмы икән? Күпме ҡорбан аша өҫтәл артына килеп ултырҙылар. Аптырарһың. “Евромайҙан” ар­ҡаһында сыҡҡан һуғышты ла Минскиҙа йыйылып һөйләшеү менән баҫтыра биреп ҡуйҙылар (Украина әле тамам тынманы). Сүриә буйынса һөйләшеүҙә иһә ике арала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының махсус илсеһе йөрөй. Ысынлап йөрөй ул, сөнки, сара башланғанда әйтеүҙәренсә, төркөмдәрҙе төрлө бүлмәгә ултырт­ҡандар. Өсәү булып сыҡҡан төркөмдәр – хөкүмәттеке, Сәғүд Ғәрәбстаны төҙөгән исемлек буйынса оппозиция һәм уларҙан тыш тағы берәү.
Сүриә хөкүмәте делегацияһы башлығы, БМО-лағы Сүриә вәкиле Бәшәр Джаафри белдереүенсә, әгәр ҙә Төркиә, Иордания, Сәғүд Ғәрәбстаны террорсылар ебәреүен туҡтатһа, илдә тыныслыҡ буласаҡ. Ахыры, Сүриәләге һуғышты туҡтатырға хәҙер бөтә донъя өлөш индерәсәк.
Һөйләшеүҙәрҙә курдтарҙың да мәнфәғәте иҫәпкә алынырға тейеш, тигән фекерен еткерҙе Рәсәй сит ил эштәре министры урынбаҫары Геннадий Гатилов. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы быны хупланы, шулай уҡ АҠШ та ҡаршы килмәй, ә бына Төркиә ҡарыша, сөнки уларҙың курдтар менән ыҙғышы күптән бара. Ә дөрөҫөн әйткәндә, был халыҡ Сүриә оппозицияһының ҙур бер өлөшөн тәшкил итә.
Һөйләшеүҙәр, бер нисә өлөшкә бүленеп, ярты йылға һуҙылырға мөмкин, имеш.

Инә арыҫландар сыға яуға…

Латакиянан 145-се бригада, “Әл-Махавир”, “Милли оборона арыҫландары” – был атамалар тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти ишетелә. Баҡһаң, улар тотош ҡатын-ҡыҙ ғәскәре икән дә баһа!
Һуғыш ҡатын-ҡыҙ эше түгел, тиһәләр ҙә, тарихтағы бер яу ҙа гүзәл затһыҙ үтмәгән. Донъя әрмеләрендә лә ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт итә. Бына Сүриәнең дәүләт ғәскәрендә лә көндән-көн күбәйәләр. Бәшәр Асад 2013 йылда ҡатын-ҡыҙҙарға ирекле рәүештә армияға ҡушылырға рөхсәт биргәйне, бөгөн “Әл-Махавир” батальоны хәрби әҙерлек үтеп, ҡанлы-саңлы һуғыш майҙанына сыға. Бөтәһе дүрт рота бар: штабта эшләй торғаны, медицина, снайпер һәм элемтәнекеләр. Әлегә төп эштәре контроль-үткәреү пункттарында тикшереү, патрулдә йөрөү булһа ла, күптәре ҡорал тотоп дошманға ҡаршы барырға хыяллана. Ә дошмандары – террорсылар, әлбиттә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлөһө йыйылған. Бәғзеләре үҙ ғүмерендә ҡулына мылтыҡ тотҡаны юҡ. Фотоларынан йә телевизорҙан күргәндә лә бик ҡупшылар: биҙәнеп-төҙәнгәндәр, тырнаҡтары буяулы, ҡаштары һыҙылған. Әммә һуғыштың нимә икәнен белгәндәре күренә, берәүҙәренең атаһы яуҙа, икенселәре һәләк булған ағаһы ҡонон ҡайтарырға теләй, өсөнсөләре, балаларын олатай-өләсәйгә ҡалдырып, ирҙәре артынан ҡуҙғалған. Мең­ләгән ҡатын-ҡыҙ бөгөндән үк “Сүриә өсөн һуңғы тамсы ҡанғаса” ораны менән һуғышҡа инергә әҙер. Бейә тулаһа, аттан уҙҙыра, тиҙәрме әле беҙҙә?

Ә был ваҡытта…

Һуғыш барған төбәктәрҙән ҡасып киткән ғәләмәт ҙур “ғәскәр” Европаны дер һелкетеүен дауам итә. Бер һорау тыуа: Сүриә ҡатын-ҡыҙҙары ирекле рәүештә ҡулдарына ҡорал алған ваҡытта ни өсөн уҫлаптай Сүриә ирҙәре Европа илдәрендә ҡасаҡ булып йөрөй? Мәжбүри күсенеүселәр араһында тап сүриәләр күп тинеләр ҙә баһа! Үҙ илдәрен яҡлар урынға тып-тыныс тиерлек йәшәп ятҡан Германияға килеп, ана, ниҙәр ҡыйраталар. Хәйер, Донбасс яғынан да беҙгә килеүселәр араһында, кем әйтмешләй, әңгәһәрҙәй ир заттары булды ла инде. Эшләмәй, аҡса алып яттылар ҙа, хәҙер ҡайтыштылар шикелле.
Европа мигранттары айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата әшәке ҡылана. Бер нисә көн элек Германияның Мюнхен ҡалаһында бер ҡатынды яҡларға теләгән оло кешене лә туҡмағандар. Был күренеште телефондың видеоһына яҙҙырып, интернетҡа ҡуйғандар.
Һуңғы ваҡытта, кемдер фарман бирҙеме ни, полицияға күскенселәр тарафынан ҡыйырһытылған кешеләрҙән ялыуҙар яуа ғына, ти. Уларҙың күбеһе – ҡатын-ҡыҙҙар­ҙан. Әгәр өндәшмәй ҡалһалар, йәбер артабан да дауам итәсәк. Ә бөгөнгө ҡасаҡтарҙың ниәте – Европала оҙаҡҡа ҡалыу. Сүриә ҡыҙҙарылай ҡоралға тотона алмаҫ тиһегеҙме Европа ҡатын-ҡыҙҙары?!
Яҡын Көнсығыштағы хәл-торошто тиҙ арала яйға һалмаһалар, алдағы көндәрҙә ни булырын күҙаллауы ла ҡурҡыныс. Мигранттар ҡотороуын да Рәсәйҙән күрергә тырышыусылар бар. Йәнәһе, беҙҙең ил Сүриәлә һуғышта ҡатнаша, шул арҡала халыҡ ҡаса, тағы шуға Европаны мигранттар баҫа. Британияның сит ил эштәре министры Филип Хаммонд ауыҙынан сыҡҡан был һүҙҙәр. Рәсәйҙең ҡораллы ҡыҫылышынан әллә күпме алда уҡ Европаға төрлө юл менән йөҙәр меңләп күскенсе сыҡҡайны инде.

Әйткәндәй

Яҡын Көнсығыштағы һуғыштың географияһы бер аҙ үҙгәреүе ихтимал. Сүриәләге террорсылар сигенеп, Төркиә сиге аша үтә. Был ни тигән һүҙ? ИГИЛ (икенсе төрлө – ДАИШ, Рәсәйҙә һәм башҡа күп илдәрҙә тыйылған төркөм) боевиктары Төркиәлә урынлаша инде, тимәк. Асыҡланыуынса, улар сигенгәндә тап төрөк ғәскәрҙәре ярҙам итә икән. Сүриәнең Латакия провинцияһынан террорсылар Төр­киәгә ҡаса. Рәсәй Оборона министрлығының рәсми вәкиле Игорь Конашенков әйтеүенсә, Төркиә хәрбиҙәре Сүриә биләмәһендә ҙур калибрлы артиллерия ҡуллана. Быны иҫбат итер өсөн мәғлүмәттәр бар. Рәсәй туристары өсөн юл ваҡытында ябылды.



Алһыу ИШЕМҒОЛОВА







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә