RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәк йәштәргә бәйле

21.08.2010 Киләсәк йәштәргә бәйле

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе башланғысы буйынса модернизациялауҙың төбәк аспекттарына арналған тәүге кадрҙар форумы үткәрелде. Ул «Кадрҙар резервы – илдең профессиональ командаһы» проектында ҡатнашыусыларҙы үҙенә йыйҙы. Сарала шулай уҡ, фирҡә проекты лауреаттары һәм ҡатнашыусылары менән бер рәттән, Президенттың идара итеү кадрҙарын әҙерләү программаһын тамамлаусылар ҙа, «Берҙәм Рә­сәй»ҙең йәш гвардияһы», БР дәүләт власы органдары вәкилдәре, предприятиелар етәкселәре, бизнес, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Көндөң тәүге яртыһында БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортонда форумдың пленар ултырышы үтте. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, форумды асып, сараны йылдың мөһим ваҡиғаһы тип атаны һәм:
– Беҙ бында модернизациялауҙың төбәк аспект­тарын тикшереү, төбәк кадрҙар сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен билдәләргә йыйылдыҡ, – тине. – Рәсәйҙе яҡын киләсәктә үҫештең өр-яңы, тағы ла юғарыраҡ инновацион баҫҡысҡа күтәреү, илде системалы һәм эҙмә-эҙлекле модернизациялау өсөн бөтә йәмәғәтселек көсө һәм дәүләт структуралары әүҙем ҡатнашырға тейеш. Беҙҙең фирҡә бөтә өмөт-ышанысын нәҡ йәштәргә йүнәлтә.
Форум шулай уҡ йәштәрҙең ысынбарлыҡҡа яҡын булыу-булмауын да асыҡларға тейеш, тип билдәләне Константин Толкачев.
Форумда БР Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
– РФ Президенты Дмитрий Медведев модернизациялау программаһы тураһында йыш һөйләй. Илде модернизациялау нәҡ төбәктәрҙе модернизациялауҙан башлана, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ә был процесс идара итеү ҡарарҙарын бойомға ашыра алыусы, стратегик фекерләүсе, дәүләт кимәлендә фекерләй алыусы кешеләрҙе һайлап алыуҙы һәм әҙерләүҙе талап итә. Быйылғы ҡоролоҡ һәм янғын идара итеү власының йоғонтоло булмауын күрһәтте. Республикаға XXI быуат ысынбарлығына тап килгән яңы идара итеү стратегияһы кәрәк. Дәүләттең төбәктәр менән идара итеүе влас­тың артыҡ үҙәкләштерелеүенән зыян күрә – быға тиклем иң юғары власть етәксеһенең тайпылғыһыҙ абруйына таянған патерналистик идара итеү моделе өҫтөнлөк итте. Һөҙөмтәлә кешеләр үҙ аллы ҡарар ҡылыуҙың нимә икәнен онотҡан, социаль-иҡтисади һәм сәйәси процестарҙа әүҙемлек күрһәтмәй, уларҙың ижади һәм интеллектуаль потенциалына ихтыяж булмаған. Бындай үҙ-ара мөнәсәбәт матрицаһы иң төпкөл ауылдарға ла барып еткән. Беҙҙең бурыс – йәмәғәт башланғысы «турбинаһы»н ҡайтанан эшләтеп ебәреү.
Республика башлығы күрһәтеп үткән икенсе проблема – властың артыҡ «бикле» булыуы. Дәүләт менән йәмғиәт араһында тиң хоҡуҡлы конструктив диалог урынлаштырырға кәрәк. Был юҫыҡта интернет селтәре мөмкинлектәрен киң файҙаланыу мөһим: халыҡ менән кире бәйләнеш – аралашсыһыҙ аралашыуҙың йоғонтоло технологияларының береһе.
– Мәҫәлән, минең блогым асылыуға бер ай ҙа юҡ, ә шул арала унда тиҫтә меңләгән кеше инеп, проблемаларҙы күрһәтеп. үҙ тәҡдимдәрен индер­ҙе лә. Был эш миңә үҙ кадрҙарым сәйәсәтен булдырырға ярҙам итә. Граждандарҙың дәүләт менән идара итеүҙә ҡатнашырға теләүен күрҙем. Киләсәктә бындай аралашыу форсатын «Электрон хөкүмәт» кимәлендә лә булдырасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Сығыш яһаусы республикала дәүләт һәм муниципаль кимәлдә административ реформаны оптималләштереү эше башҡарыласағын билдәләп үтте.
– Бөгөн власҡа йәш, дәртле кешеләр кәрәк. Шулай ҙа яңы етәксене тәғәйенләгәндән һуң дәүләт органдарында кадрҙарҙы тоталь таҙартыуҙы туҡтатырға ваҡыт, – тине ул. – Кадрҙарҙың эшен баһалауҙың өс критерийы бар – профессионаллек, һөҙөмтәлелек, граждандарҙың ышанысы. Дәүләт һәм муниципаль кадрҙар сәйәсәте йәмәғәтселек фекеренә таянырға тейеш.
– Бындай форум төбәк кимәлендә тәүгә үткәрелә, һәм уның нәҡ Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел, сөнки республика машиналар эшләп сығарыу, химия һәм нефть-химия продукцияһын етештереү күләме һәм башҡа юҫыҡта ла илдәге иң алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала. Республиканың сәнәғәт һәм фәнни базаһы бар, – тине «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Волга буйы төбәк-ара координация советы рәйесе Игорь Руденский. – Форум «Кадрҙар резервы – илдең профессиональ командаһы» проектының икенсе этабы сиктәрендә үткәрелә һәм был этапта бизнес, сәнәғәт, дәүләт власы органдары, агросәнәғәт вәкилдәренә йәш таланттарҙың перспективаһы менән танышыу мөмкинлеге бирелә.
БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев сығышын граждандар инициативаһын дәртләндереүҙә фирҡәләрҙең һәм йәмғиәт проекттарының роленә бағышланы һәм, Дмитрий Медведевтың илде модернизациялау тураһындағы һүҙҙәрен хуплап, ул дөйөм милли мәҙәниәттең бер өлөшө булырға тейеш, тип билдәләне. Кешеләрҙе социаль әһәмиәттәге проекттар­ҙы бойомға ашырыуға йәлеп итеү – бындай мәҙәниәт булдырыуҙың бер ысулы, тип билдәләне һәм ыңғай миҫал итеп «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Рәсәй – беҙ оҙаҡ йәшәргә тейеш» проектын килтерҙе. Был проект сиктәрендә республикала дауалау учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу өсөн күп эштәр башҡарылды. Бындай башланғыстар халыҡ инициативаһын да арттыра. Мәҫәлән, Әбйәлил районында ҡатын-ҡыҙҙар советы, эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан итеп, өсөнсө йыл инде районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай. Бындай баш­ланғыстар артыҡ аҡса һалыуҙы талап итмәй, әммә социаль әһәмиәте ҙур. Тағы ла «Үҙ йортом», «Донъяны төрлө төҫтәрҙә күреү», «IT прорыв», «Беҙҙең ҡала – беҙҙең ата-әсәләр» кеүек һәм башҡа бик күп проекттар бойомға ашырыла. Халыҡ төрлө хәйриәлек марафондарында әүҙем ҡатнаша.
Хөкүмәттең сәнәғәт өлкәһендәге төп бурысы – инновацион үҫеште стимуллаштырыу, инвестицияланған объекттарҙың перспективаһын билдәләү һәм имен инвестицион климат булдырыу, тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров.
Республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, властың мәғлүмәти асыҡлығы тураһында доклад менән сығыш яһап, властың асыҡ булыуы граждандар йәмғиәтен үҫтерергә булышлыҡ итә, тип билдәләне. Ул шулай уҡ, халыҡҡа мәғлүмәт еткереүҙәге кәртәләргә күрһәтеп, власть органдарында эшләнгән бөтә ҡарарҙар ҙа йәмәғәт экспертизаһын, конструктив тәнҡит аша үтергә тейешлегенә, ә әлеге ваҡытта ҙур-ҙур ҡарарҙарҙың халыҡ тикшереүе аша үтмәүенә, «шаршау артында» ҡабул ителеүенә күрһәтте.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллиндың сығышы төбәктә йоғонтоло юғары белем биреү системаһын булдырыуға арналды. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин йәштәрҙең инновацион һәләтен һәр йүнәлештә лә асыу өсөн шарттар булдырыу йәштәр сәйәсәтенең төп бурысы булып тороуын, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Шамил Вахитов аграр секторҙа кадрҙар проблемаһы хәл итеүҙе талап итеүен, шунлыҡтан заманса ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүсе уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу кәрәклеген билдәләп үтте.
Форумдың икенсе яртыһында «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың инициативаһын дәртләндереү: фирҡә һәм йәмәғәт проекттары», «БР-ҙың сәнәғәт һәм инновацион потенциалы: сәнәғәттең яңы технологик базаһын булдырыу», «Агросәнәғәттең кадрҙар потенциалын нығытыу юлдары: яңы төбәк ҡарарҙары», «БР-ҙа хеҙмәт баҙары ихтыяждарын фаразлау һәм төбәктә юғары белем биреүҙең йоғонтоло системаһын булдырыу», «Властың мәғлүмәти яҡтан асыҡ булыуы: киң мәғлүмәт сараларының йәмғиәттең мәғлүмәти структураһы булараҡ роле», «һөҙөмтәле йәштәр сәйәсәте: киләсәккә ҡараш» тигән секциялар эшләне. Форумда ҡатнашыусылар актуаль үҫеш йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәрен әйтте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә