RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

22.01.2015 Әсә бәхете

Әсә бәхетеБаймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбен 1972 йылда уңышлы тамамлаған Сәфирә бер ниндәй ауырлыҡһыҙ Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Мәктәптә алдынғы уҡыу­сы, әүҙем йәмәғәтсе булған ҡыҙға шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштереү еңел бирелә.
Ҡулына диплом алған йәш белгесте йү­нәлтмә буйынса тыуған районының Сыңғыҙ ауылына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бында Сә­фирәгә күп эшләргә тура килмәй – өс йыл дуҫлашып йөрөгән егете Ильяс Такалов өйләнешергә тәҡдим яһай һәм уны үҙенең районына – Йылайырға алып ҡайтып китә. 1975 йылдың көҙөндә ике йәш йөрәк гөрләтеп туй үткәрә. Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы Йылайыр үҙәк дауаханаһына эшкә урынлаша һәм ошо һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 40 йылға яҡын эшләп, былтыр ғына хаҡлы ялға сыҡты. Уның оҙайлы хеҙмәте оло баһа алды: тәүҙә “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, һуңынан “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Хеҙмәттә генә түгел, шәхси тормошта ла уңды Сәфирә апай. Ильяс Исмәғил улы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өсәүһе лә Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алып, өйләнеп, матур ғаилә башлыҡтары булып танылды. Килендәре лә төшөп ҡалғандарҙан түгел, барыһы ла юғары белемле. Өлкән улдары Илфат Рәсәй һаҡлыҡ банкының район филиалын етәкләй, Айгөл Фәрит ҡыҙы менән дүрт бала үҫтерәләр. Был ғаиләне районда ғына түгел, республика кимәлендә лә яҡшы беләләр. 2007 йылда Такаловтар “Йәш ғаилә” республика конкурсында гран-приға лайыҡ булды, ә былтыр “Байыҡ” республика бейеү конкурсында 2-се урын яуланылар. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыған улдары Алмас бер нисә йыл рәттән “Байыҡ”та ҡатнаша, ә игеҙәк Айгиз менән Нургиз – бокс буйынса Башҡортостан, Рәсәй чемпионаттары призерҙары, “Әсә” исемле кинофильмда төп ролдәрҙе башҡарҙылар. Дүрт йәшлек Рушана ла сәхнәлә үҙен бик һәләтле ҡыҙ итеп күрһәтеп өлгөрҙө.
Өлкән Такаловтарҙың уртансы улдары Самат бик яуаплы урында эшләй – район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡара, ҡатыны Оксана менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Ә кесе улдары Илгиз килендәре Айгөл менән Өфөлә йәшәй, бер малай тәрбиәләйҙәр.
Шулай итеп, Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы – ете ейән-ейәнсәргә һөйөклө ҡартәсәй.
– Мин яҙмышым менән, тормош юлдашым, балаларым, туғандарым менән бәхетлемен. Аллаға шөкөр, әсәйем иҫән, уға ошо көндәрҙә 80 йәш тула, – ти Сәфирә апай.
Такаловтарҙың төҙөк, сағыу йортон “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу биҙәй. Ә улар­ҙың матур ғаиләһенә Йылайыр ауылы советы ҡарары менән “Өлгөлө ғаилә” тигән маҡтаулы исем бирелгән. Бәхетле әсә, һөйөклө ҡарт­әсәй, уңған хужабикә Сәфирә Ғәй­нислам ҡыҙы киләсәккә яҡты уйҙар менән йәшәй.

Таңһылыу ХӘСӘНОВА.

Йылайыр районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә