«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Унан ысын уҡытыусы сығасаҡ



04.07.2014 Унан ысын уҡытыусы сығасаҡ

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Лариса Ғәбит ҡыҙы Маликова быйыл Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалында педагогик практика үтте. Ул киләсәктә филолог һөнәренә эйә буласаҡ. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙем тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Уның дәрестән тыш үткәргән саралары, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы ла маҡтауға лайыҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемгә иғтибарлы, үҙ-үҙенә ҡарата талапсан, ныҡышмал һәм тырыш булыуы менән һоҡландырҙы. Сығарылыш практикаһын уңышлы үтте һәм мәктәп етәкселегенең Маҡтау ҡағыҙына, иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.
Ларисаға киләсәктә һайлаған һөнәре буйынса юғары белем тураһында диплом алып, хыял иткәненсә уҡытыусы булып уңышлы эшләргә яҙһын. Мәһәҙей мәктәбендә үткән практикаһы артабанғы тормошонда талмаҫ ҡанаттар ҡуйһын, һәр саҡ ижади бейеклектәргә әйҙәп торһон.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
юғары категориялы башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Бөрйән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға