«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » БДИ яҡынлаша



21.03.2014 БДИ яҡынлаша

Быйыл Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарын барлығы 24 355 кеше тапшырасаҡ. Уларҙың күпселеге – XI класс уҡыусылары. 1 мең самаһы кеше – элекке йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар иҫәбенән. Шулай уҡ был исемлеккә үткән йылда БДИ тапшыра алмаусылар ҙа индерелгән.
Предмет һайлауға килгәндә, мотлаҡ рус теле һәм математика фәндәренән тыш, буласаҡ абитуриенттар йәмғиәтте өйрәнеү фәненә өҫтөнлөк биргән. Был дисциплинаны барлығы 14 650 кеше һайлаған. Икенсе урында физика – 9 229, өсөнсөлә биология – 6 455, тарих – 5975 һәм химия – 5243.
БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлегенең төп белгесе Жанна Миңлекәева һүҙҙәре буйынса, дәүләт имтиханын 118 пунктта тапшырасаҡтар. Имтиханда ҡатнашыусы үҙе менән паспортын һәм рөхсәт ителгән кәрәкле әйберҙәр­ҙе генә алып инә ала.
һәр пункт онлайн режимда эшләүсе видеокамера менән йыһазландырыла.
Имтихандар 26 майҙа география һәм әҙәбиәт фәндәренән башлана. Ваҡытынан алда биреү өсөн махсус көндәр – 21 апрелдән.
М. АСҠАРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға