«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мәғариф яңылыҡтары



28.02.2014 Мәғариф яңылыҡтары

Яҡшы уҡыйһыңмы? Миҙал ал!

Башҡортостанда уҡыу алдынғылары өсөн махсус миҙалдар булдырыласаҡ. Президент Рөстәм Хәмитов 26 февралдә үткән хөкүмәт ултырышында республикабыҙҙың Мәғариф министрлығына ошо уҡыу йылы аҙағына тиклем кәрәкле документтарҙы һәм миҙалдарҙы әҙерләргә ҡушты.
– Уҡыу алдынғыларын алтын һәм көмөш миҙалдар менән бүләкләү федераль кимәлдә туҡтатылғайны. Беҙҙең республикала йыл һайын 2,5 меңдән ашыу уҡыусы миҙал ала торғайны. Минеңсә, был матур йоланы дауам итергә кәрәк. Яҡшы уҡығандарҙы дәртләндерә белергә тейешбеҙ. Уҡыу йылы аҙағына тиклем өс ай ҡалды, шуға ҡарамаҫтан, был мәсьәләне хәл итербеҙ, тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында.

БДИ: һуңғы үҙгәрештәр

Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса төп яңылыҡ – быйыл сертификаттар тапшырылмаясаҡ. Һөҙөмтәләрҙе онлайн режимда ҡарарға мөмкин һәм уҡырға ингән саҡта ғаризала күрһәтеп үтергә кәрәк. Вуздарҙа берҙәм база аша абитуриенттың һүҙҙәре тикшереләсәк.
Шулай уҡ БДИ-ны ойоштороу эшенә лә ҡараш етдиерәк буласаҡ. Имтихандар үткән һәр кабинетта видеокамералар ҡуйыласаҡ һәм онлайн режимда күҙәтеү барасаҡ. Былтыр Башҡортостанда 19 баланың үҙҙәренең варианттарын телефон камераһына төшөрөп, интернетҡа һалыу осрағы теркәлгәйне. Эштәрҙең виртуаль донъя аша таралыуына ла ҡаршы тороу ысулы уйлап табылған – варианттар һәр урында үҙгәртеләсәк.

«Мәғариф. Фән. Карьера»

Өфөнөң иң ҙур күргәҙмә комплекстарының береһе – “ВДНХ-ЭКСПО”ла Башҡортостандағы берҙән-бер мәғариф форумы – “Мәғариф. Фән. Карьера” XIV махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтте. Ун дүрт йылда форум мәғариф технологиялары, белем алыу сифатын арттырыу буйынса ысулдарҙы барлау һ.б. өлкәләрҙә эшлекле аралашыуҙар, шулай уҡ халыҡтың төрлө ҡатламы өсөн буласаҡ һөнәрҙәрен һайлау майҙанына әйләнде.
Күргәҙмәлә республикала һәм Рәсәйҙә ошо өлкәлә лидер ойошмалар (улар исемлегендә төрлө кимәлдәге уҡыу йорттары) ҡатнашты. Быйыл беренсе тапҡыр күргәҙмәлә Белорус дәүләт университеты менән танышырға мөмкинлек тыуҙы. Абитуриенттарға республиканың һәм Рәсәйҙең уҡыу йорттары, өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге, курстар, икенсе юғары белем тураһында файҙалы һәм тулы мәғлүмәт еткерелде, мәғариф өлкәһе белгестәренә яңы әсбаптар, методик ҡулланмалар тәҡдим ителде.
Башҡорт күргәҙмә комплексы форум өсөн яңы атама тәҡдим итте: “Балалар баҡсаһынан – университетҡа тиклем. Резюменан – эшкә урынлашыуға саҡлы. Балалар һәм ололар өсөн – яңы белем: телдәр, ижад, IT-технологиялар”.
Күргәҙмә мәлендә уҡыу йорттарының һәм ойошмаларҙың презентациялары, “Алтын өкө” конкурсы ойошторолдо. Яңы бүлек – “Мәктәпкә тиклемге тәрбиә” ҡатнашыусыларға шәхси балалар баҡсалары, иртә үҫеш үҙәктәре хаҡында һөйләне. “Мәғариф. Фән. Карьера” форумына килгән балалар зоопаркта булды, йәнлектәр менән фотоға төштө.
Форум эшләгән бөтә көндәрҙә лә вакансиялар йәрминкәһе тынманы.

М. САЛАУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға