«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Класс етәксеһе булған өсөн түләү һаҡлана



17.01.2014 Класс етәксеһе булған өсөн түләү һаҡлана

Ошо көндәрҙә класс етәксеһе булған уҡытыусылар, өҫтәмә түләү туҡтатылырмы икән ни, тип хафаға ҡалғайны. Сөнки хәҙер федераль бюджеттан был түләүҙәр ҡаралмай. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыусыларға борсолорға урын юҡ.
Класс етәксеһе булған өсөн түләү элекке кимәлдә ҡала, йәғни ул балалар һанына ҡарап түләнә. Әгәр класта 25 бала булһа, уҡытыусы 1,5 мең һум аҡса ала. Элеккенән бер генә айырма – 2014 йылдың 1 ғинуарынан түләү республика ҡаҙнаһынан тәьмин ителә, ә федераль бюджеттан түгел.
Тағы шуныһы: был йыл бюджетында ла һәр педагог өсөн дәртләндереү түләүҙәре ҡаралған. Былтыр республиканан ике миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгәйне.
Былтыр Башҡортостан уҡытыусылары уртаса 23 692 һум хеҙмәт хаҡы алған, быйыл был күрһәткесте 25 686 һумға еткереү күҙаллана.
Был, һис шикһеҙ, һөйөнөслө перспектива.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға