«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Йыл уҡытыусылары – 2013



30.12.2013 Йыл уҡытыусылары – 2013

Йыл уҡытыусылары – 2013Конкурста республика мәктәптәренән 116 уҡытыусы ҡатнашты. «Йыл уҡытыу­сыһы – 2013» республика конкурсының еңеүсеһе исеменә Стәрле­тамаҡ ҡалаһынан 3-сө башҡорт ли­це­йының информатика уҡытыусыһы Луиза Мырҙаҡаева лайыҡ булды. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Өфө ҡалаһының 115-се гимназияһынан Оксана Шәрәфетдинова, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатынан Зинфира Нурисламова еңеүсе тип иғлан ителде. Абсолют еңеүсе һәм «Йыл уҡытыусыһы» исеме Оксана Шә­рәфет­диноваға бирелде.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы» тө­бәк-ара конкурсында барлығы 50-нән ашыу уҡытыусы ҡатнашты. Уларға еңел булмаған һынау төрҙәрендә үҙҙәренең профессиональ оҫталығын күрһәтергә тура килде. Асыҡ дәрестәр күрһәттеләр, инновацион проекттарын яҡланылар, лекция менән дә сығыш яһанылар.
Финалға биш уҡытыусы сыҡты. «Йыл уҡытыусыһы» исеменә Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зөлфиә Баязғолова лайыҡ булды.

Йыл тәрбиәсеһе

3 – 5 апрелдә Дыуанда «Дәүләт дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе – 2013» конкурсы үтте.
Абруйлы жюри ҡарамағына 13 конкурсант үҙенең портфолиоһын тәҡдим итте. Жюри ҡарары буйынса өсөнсө урынға – Нефтекама мәктәп-интернатынан Фатима Халмато­ва, икенсе урынға Шафрандағы санаторий тибындағы интернат-мәктәптән Фәриҙә Янбаева лайыҡ булды. Ә еңеүсе − Красноусол башҡорт гимназияһынан Альбина Ишкина.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға