«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Минең яратҡан уҡытыусым



04.10.2013 Минең яратҡан уҡытыусым

Минең яратҡан уҡытыусымБеҙҙең Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалында һоҡланғыс уҡытыусылар бик күп.
Бөтәһе лә һәр уҡыусыға иғтибарлы, мөләйем һәм бик яҡшы уҡыта. Шуларҙың береһе – үҙемдең класс етәксем Гүзәл Хәләф ҡыҙы Сәғитова тураһында бәйән иткем килә. Беҙгә Гүзәл Хәләф ҡыҙы икенсе әсәйебеҙ кеүек. Ул киләсәктә беҙҙән һәйбәт кешеләр сыҡһын өсөн тырыша. Математика фәненән дә беҙгә төплө белем бирә. Һәр теманы яҡшы итеп аңлата. Һәр саҡ беҙҙе тормошта яңылышмаҫҡа өндәй, дөрөҫ йүнәлеш бирә. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙға арнап шиғыр ҙа сығарғайным:
Иң яратҡан уҡытыусым –
Гүзәлдәрҙән Гүзәл апай.
Мин уны бик яратамын,
Уға оҡшарға тырышам.
Шундай класс етәксебеҙ һәм уҡытыусыбыҙ булыуы менән сикһеҙ бәхетлебеҙ.

Фирзинә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалының "Сатҡылар " әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы,
5-се класс уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға