«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ете мәктәп – алдынғылар исемлегендә



27.09.2013 Ете мәктәп – алдынғылар исемлегендә

Башҡортостандың ете мәктәбе Рәсәйҙең иң алдынғы ауыл мәктәптәре исемлегенә ингән. Был хаҡта «Учительская газета»ла хәбәр ителә. Исемлеккә Рәсәйҙең 54 мәктәбе эләккән. Шулар иҫәбендә беҙҙең республиканан Ауырғазы районының Кәбәс, Миәкә районының Оло Кәркәле, Өфө районының Булгаков, Дыуан районының Вознесенка, Шаран районының Шаран ауылындағы 1-се һәм Мичуринск ауылындағы М. Фәрхетдинов исемендәге урта белем биреү мәктәптәре һәм Туймазы ҡалаһының Сера­фимовка ауылындағы 1-се урта белем биреү мәктәбе бар.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға