«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Тырышлыҡ аша килгән уңыш



24.05.2013 Тырышлыҡ аша килгән уңыш

Тырышлыҡ аша килгән уңышМиңлегөл Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының органик химия кафедраһы уҡытыу­сыһы. Тырыш, ҡуйған маҡсатына табан ҡыйыу атлаусы йәштәребеҙҙең береһе ул. Ата-әсәһе – Миңзәлә һәм Мөхәмәтдин Исхаҡовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә матур тәрбиә ала.
Һигеҙенсе класты тамамлағас, теүәл фәндәрҙе төплөрәк өйрәнеү маҡсатында уҡыуын Беренсе Этҡол республика компьютер лицейында дауам итә. Юлдар уны баш ҡалабыҙҙың төп уҡыу йортоноң химия факультетына илтә. Юғары белем алғас, аспирантураның көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Тәжрибәләр үткәреү, диссертация яҙыу өсөн Өфө Фәндәр академияһының Органик химия институты ҡарамағына ебәрелә. Миң­легөл киләсәген фән менән бәйләргә ҡарар итә. Ғилми эшенең төп йүнәлеше – яман шеш ауырыуына ҡаршы дарыу уйлап табыу.
− Фәнде аңлаған кеше өсөн был – бик ҡыҙыҡлы һәм яуап­лы өлкә, – тип үҙ эше менән таныштырҙы Миңлегөл. – Шуға ла үҙеңдә икеләтә яуап­лылыҡ тояһың. Ыша­нысты аҡлар өсөн бар тырыш­лы­ғыңды һалаһың.
Тәбиғәт биргән һәләтең, аҡылың өҫтөнә ныҡыш, түҙем, баҫылып эшләүсән булһаң, уңыш та оҙаҡ көттөрмәйҙер. Фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға һәм сығыш яһарға Мәскәү, Волгоград ҡалаларына саҡыралар. Фән өлкәһендә эшләүсе йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында тапшырылып килгән Йәштәр ғилми-инновация конкурсы ҡатнашыусыһы (“Ум­ник” – “Участник молодежного научно-инновационного конкурса”) премияһы лауреаты булыу яңы үрҙәргә, ынтылыштарға әйҙәй, мөмкинлектәренә киң юлдар асыла.
Йәш ғалимә һайлап алын­ған темаһы өҫтөндә тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башлай. Бирелгән грантҡа заманса йыһаздар, приборҙар ала, сөнки химик тикшеренеүҙәр күп сығым талап итә. Тәжрибәләр үткәрә, сәғәттәр, тәүлектәр буйы күҙәтеп, лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен яҙа. Быйыл Рәсәй фәне көнөндә йәш ғалимдар­ға Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәтенең гранты тапшырылды. Улар араһында Миңлегөл Мөхәмәтдин ҡыҙы ла бар. Оҙайлы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булған яңы препарат конкурста иғтибар­ҙан ситтә ҡалмай. Ул хайуандарҙа һынау үтеп, һөҙөмтәлелеген раҫланы. Әлеге ваҡытта ҡулланыл­ғандарына конкурент булып тора. Баймаҡ ҡыҙы кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Ошо көндәр­ҙә яҡташыбыҙ “Лево­глюко­зенон нигеҙендә ири­доидтар­ға юл­дар табыу“ темаһына ғилми хеҙмәтен яҡланы. Темаға аңлатманы бына шулай бирҙе: “Ири­доидтар − һалҡын тейеүгә, рак ауырыуына ҡаршы тора алыу­сы, антиоксидант булараҡ тәбиғи ҡушылмалар класы. Ә левоглюкозенон – ул шундай ҡушылма, уның нигеҙендә иридоидтар алырға ынтылабыҙ“.
Химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алыу ғалимәгә оло мәртәбә өҫтәй. Яҡташыбыҙ киләсәктә фәндә яңынан-яңы асыштары менән ҡыуандырып торһон.

Д. РАЙМАНОВА.
Баймаҡ районы,
Сәйғәфәр ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға