«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Иң көслө өсәү – «иң көслө 100» иҫәбендә



23.11.2012 Иң көслө өсәү – «иң көслө 100» иҫәбендә

Башҡортостандың өс юғары уҡыу йорто илдең иң көслө 100 вузы исемлегенә инде.
Өфө дәүләт нефть техник университеты рейтингыла – 49-сы, Башҡорт дәүләт университеты – 83-сө, Өфө дәүләт авиация техник университеты 88-се урынды биләй.
Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә эләгеү мөһим күрһәткес. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин да шундай фекерҙә. Уның иҫәпләүенсә, БДУ үҙенең мөмкинлектәре буйынса тәүге илле иҫәбендә булыуға лайыҡ. Әммә уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу, абитуриенттарҙы ҡабул итеү, сит ил университеттары менән хеҙмәттәшлек буйынса университет бик һуң эшләй башлаған.
Әлеге рейтингыла лидерҙар иҫәбендә – М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Н. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Мәскәү физика-техник институты һәм Юғары иҡтисад мәктәбе.
Юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлегенә баһа биргән саҡта 40 күрһәткес күҙ уңында тотолған. Улар араһында – уҡыу йортоноң белем биреү сифаты, ресурстар менән тәьмин ителеү, вуздың ғилми-тикшеренеү әүҙемлеге кимәле, инновацион инфраструктура.
“Эксперт-РА” агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, рейтинг төҙөү барышында үткәрелгән онлайн-тауыш биреүҙә дүрт меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға