«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Йәш ғалимдар тәбрикләнде



12.10.2012 Йәш ғалимдар тәбрикләнде

Йәш ғалимдар тәбрикләнде
Республика көнө алдынан Өфөлә фән һәм инновациялар өлкәһендә иң яҡшы ҡаҙаныштарға өлгәшкән йәш ғалимдарға дәүләт премиялары тапшырылды.
Ике йәш тикшеренеүсе 150-шәр мең һум аҡса алды. Быйылғы лауреаттар исеменә Башҡорт дәүләт аграр университетының химия кафедраһы мөдире Регина Исламова менән Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты Әнүәр Вәлиев лайыҡ булды.
Лауреаттарға наградаларҙы Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
– Бындай баһаны эшһөйәрлегегеҙ, ижадығыҙ, һәләтегеҙ, маҡсатҡа ынтылыусан булыуығыҙ өсөн алдығыҙ. Һеҙҙең эшмәкәрлек ярҙамында республика үҙенең фәнни-техник мөмкинлектәрен нығыта, инновация сәйәсәтен формалаштырыу буйынса алға аҙымдар яһай. Ғалимдарыбыҙҙың ҡаҙаныштары һуңғы йылдарҙа илдә һәм унан ситтә лә билдәле була башланы. Башҡортостан гуманитар фәндәр, этнография, Көнсығышты өйрәнеү, социология буйынса халыҡ-ара фәнни форумдар үткәреү урынына әүерелде, − тине Рөстәм Зәки улы.
Конкурс комиссияһы эксперттары билдәләүенсә, йылдан-йыл эштәрҙең сифаты яҡшыра. Йәш ғалимдар төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләй.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға