«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Студент өсөн иң мөһиме – стипендия



09.10.2010 Студент өсөн иң мөһиме – стипендия

Ә инде уның исемлеһе бигерәк шәп!
  Студент өсөн иң  мөһиме – стипендия Республика көнө алдынан Өфө ҡалаһы хакимиәтендә башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларының иң алдынғы студенттарына баш ҡала хакимиәте башлығы стипендиялары тапшырылды.
Уҡыуҙа юғары уңыштарға өлгәшкән, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға баш ҡала хакимиәте башлығы стипендияһы 1998 йылдан алып түләнә, һәм ошо ваҡыт эсендә уға барлығы 550 студент лайыҡ булған. Быйыл иһә лауреаттар һаны тағы 23 кешегә артты.
Бүләкләнеүселәр араһында – буласаҡ уҡытыусылар, медиктар, төҙөүселәр, юристар, технологтар, слесарҙар һ. б. Лиана Заһитова, мәҫәлән, Өфө механика-технология колледжында уҡый. Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында 9-сы синыфты тамамлағас, ошо училищеға уҡырға килергә ҡарар итә ул. «Бында уҡыуы бик оҡшай. Көслө уҡытыусылар эшләй, төрлө саралар үткәрелеп тора. Буласаҡ һөнәрем дә бик кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Бөгөн минең өсөн бик ҡыуаныслы көн. Алдыма яҡшы уҡырға тигән маҡсат ҡуйғайным, маҡсатыма өлгәштем», – ти тик «бишле» билдәләренә генә уҡыусы ҡыҙ.
Өфө егете Альберт Урманшин – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты.
– Миңә мәктәптә уҡығанда уҡ теүәл фәндәр оҡшай торғайны. Шуға күрә лә тап ошо уҡыу йортон һайланым. Буласаҡ һөнәрем дә оҡшай, шуға күрә күңел биреп уҡыйым. Уҡыуҙан тыш, төрлө олимпиада­ларҙа, конкурстарҙа ҡатнашам, тхэквондо менән шөғөлләнәм. Быйыл баш ҡала хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булыуыма бик шатмын, – ти ул, фекерҙәре менән уртаҡлашып.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға