«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Байрам яҡынлаша, ә күңелдәрҙә – һағыш



05.10.2012 Байрам яҡынлаша, ә күңелдәрҙә – һағыш

Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы яҡынлашҡан һайын күңелдә һағыш көсәйә. Сөнки иң яҡын кешеләрем – ҡустым Артур Шәйхетдин улы Сурин менән һеңлем Рәзилә Шәйхетдин ҡыҙы Ахунованы (Сурина) байрам менән ҡотлай алмаясаҡмын.
ҡустымды яман сир беҙҙән айырҙы. Уның вафатына 1 октябрҙә алты ай тулды. Ул шул тиклем аҡыллы, хәстәрлекле ине. Бер мәл ныҡ иҫтә ҡалған, бәләкәй ҡустым Ғаяндың теше һыҙлап, дауаханаға алып барҙым. Табип тешен дауалай башлағас, иларға тотондо ла, әсәй ҙә, атай ҙа, апай ҙа тимәй, «Артур ағай, Артур ағай, мине ал, ауырта», – тип илай. Ғаян ҡустым армияла саҡта ауырып, дауаханала ятҡанда ҡустым менән килен уның янына Дүшәнбе ҡалаһына ла барып ҡайтты. Ул ваҡытта беҙ ҙур йортҡа күскәйнек, магазиндарҙа әйберҙәрҙең юҡ сағы, тәҙрәгә ҡорған таба алмай йонсойбоҙ, шул ваҡытта беҙгә ҡорғанлыҡ тауар алып ҡайтып та ҡыуандырғайнылар.
Артур ҡустым талантлы уҡытыусы, абруйлы етәксе, изге күңелле, һәр эштә өлгөр, барлыҡ кешегә лә ярҙамсыл, ғәҙел, хөрмәтле, беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк булды. Бер ҡасан да атай-әсәйемдең һүҙенән сыҡманы, ғаиләһе, балалары тип өҙөлөп торҙо, туғандарын да ярҙамынан ташламаны, ейәндәре өсөн яратҡан ҡартатай булды. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүртенсе ейәненең тыуғанын ғына күрә алманы.
Һөйөклө һеңлем Рәзилә лә юғары категориялы уҡытыусы ине. Ул Балтас районының ҡомъяҙы мәктәбендә химия, география, башҡорт теле фәндәренән уҡытты. ҡапыл ғына ауырып китеп, бер аҙна ғына дауаханала ятты ла, 2009 йылдың 27 ноябрендә яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлашты. Был көн ҡорбан байрамы ине. Үкенесле был донъя: һеңлебеҙгә 50 йәш тә тулмағайны, кейәүебеҙ Ғәзиз Ахунов менән бергә йәшәүҙәренә 25 йыл тулыуға 19 көн генә ҡалғайны.
Туғандарыбыҙҙы иҫләмәгән, телгә алмаған көн юҡ. Улар һәр саҡ йөрәк түребеҙҙә беҙҙең менән бергә буласаҡ. Тыныс йоҡлағыҙ, ҡәҙерлеләребеҙ, ҡараңғы гүрҙәрегеҙ – яҡты, йәндәрегеҙ – йәннәттә, урынығыҙ ожмах түрендә булһын.

Әлфиә НУРАЕВА.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға