«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » БДИ һөҙөмтәләре билдәле



29.06.2012 БДИ һөҙөмтәләре билдәле

Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланды, төп этапта үткән, һөҙөмтәләре билдәле, тип әйтергә була. Иң һуңғы булып уҡыусылар рус әҙәбиәте, географиянан БДИ тапшырҙы.
Рус әҙәбиәтенән 967 уҡыусы имтихан тапшырған, шуларҙың 21-е тейешле балды йыя алмаған. Шул уҡ ваҡытта был фәндән Күмертау ҡалаһынан иң юғары балл йыйыусы уҡыусы ла бар. Географиянан 901 уҡыусы БДИ һайлаған. Шулар араһынан 43 кеше һынауҙы үтмәгән.
Йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика фәндәренән дә имтихан һөҙөмтәләре яңыраҡ асыҡланды. Йылдағыса, быйылғы сығарылыш синыф уҡыу­сылары араһында йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыусылар күп. Был фән буйынса имтиханда барлығы 12793 кеше ҡатнашҡан. БДИ һөҙөмтәләре буйынса уҡыусылар йыйған уртаса балл 54,6-ға тиң, ә 669 уҡыусы минималь балды йыймаған.
БДИ тапшырыу өсөн 8014 кеше физика фәнен һайлаған. Имтиханды тапшырыу өсөн был фәндән 36 балл йыйырға кәрәк булһа, 857 уҡыусының һөҙөмтәләре был кимәлгә етмәгән.
Бынан тыш, резерв көндәрҙә тапшырылған ҡайһы бер имтихандар буйынса ла һөҙөмтәләр билдәле. Мәҫәлән, информатиканан 150 кеше резерв көндә имтихан тапшырған. Уларҙың уртаса балы – 71,7. Әйткәндәй, алты уҡыусы был фәндән 100 балл йыйыуға өлгәшкән, һигеҙ уҡыусы иһә һынауҙы үтә алмаған. Немец теленән – ике, инглиз теленән 42 уҡыусы резерв көндә БДИ тапшыр­ған. Улар араһында имтиханды 2-гә тапшырыусылар ҙа, 100 балл йыйыусылар ҙа юҡ. Биологияны 225 кеше һайлаған. Уның һөҙөмтәләре буйынса уртаса күрһәткес 59,6 балға тиң, иң юғары балл йыйыусылар юҡ, ун уҡыусы имтиханды тапшыра алмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға