«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Төбәк компоненты Рәсәй тарихы менән берлектә өйрәнелергә тейеш



24.04.2012 Төбәк компоненты Рәсәй тарихы менән берлектә өйрәнелергә тейеш

Башҡортостан ғалимдарының эше өйрәнеүгә лайыҡ
Уҙған аҙнала Өфө ҡалаһында йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй конференцияһы уҙҙы. Ул Рәсәй тарихы контексында этномәҙәни компоненттарҙы өйрәнеү мәсьәләләренә арналды. Иле­беҙҙә иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылы сиктәрендә үткәрелгән был мөһим сарала Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Дөйөм белем биреү департаменты директоры Светлана Тете­рина, Мәскәү дәүләт педагогия университеты профессоры Алек­сандр Данилов, Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих институты директоры Александр Чубарьян, РФ Фәндәр академияһы ғалимдары, вуз уҡытыу­сылары, дәреслек авторҙары ҡатнашты.

Кәңәшмәнең Башҡортостанда ойошторолоуы юҡҡа түгел, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм белем биреү департаменты директоры Светлана Тетерина әйтеүенсә, Баш­ҡортостан был йүнәлештә алдын­ғы төбәктәрҙең береһе булып тора, бында төбәк компонентын өйрәнеү буйынса ҙур тәжрибә тупланған, республика ғалимдары төбәк тарихын өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып бара, бик күп дәреслек һәм методик әсбап нәшер ителгән һәм был тәжрибә башҡа төбәктәргә өлгө булып торорлоҡ.
– Тарихҡа ҡараш та күп төрлө, был фән буйынса дәреслектәргә ҡарата ла тәнҡитте йыш ишетергә мөмкин. Шуға күрә бындай конференцияның төп маҡсаты – тарихи белем биреүҙә төп йүнәлеште билдәләү. Бөтә был мәсьәләләр бөгөнгө кәңәшмәлә күтәреләсәк, – тине БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, кәңәшмәнең төп маҡсатын билдәләп.
Кәңәшмә Рәсәй тарихы йылы сиктәрендә төбәк тарихын өйрәнеү буйынса уҡытыусылар өсөн методик әсбап әҙерләүҙе лә күҙ уңында тота.
Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих институты директоры Александр Чубарьян әйтеүенсә, төбәк компоненты мотлаҡ бу­лыр­ға тейеш, әммә һәр ерҙә кем нисек теләй, шулай түгел, ә билдәле бер тәртиптә һәм ул Рәсәй тарихы менән бергә өйрәнелергә тейеш, ә унан айырым түгел.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих фәнен уҡытыу проблемалары хаҡында иң тәүҙә секция ултырыштарында фекер алышты, шулай уҡ Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр ҡараны. Һуңынан иһә был фекер алышыуҙарға пленар ултырышта йомғаҡ яһалды. Конгресс-холда үткән кәңәшмәнең пленар ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов та ҡатнашты. Ул кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.
– Бай тарихи мираҫты һаҡлау, донъяуи тарихи процеста Рәсәйҙең урынын ғәҙел билдәләү, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү дәүләт власы органдары менән педагогик һәм ғилми йәмәғәтселек өсөн дөйөм бурыстар булып тора, – тиелә ҡотлау сәләмендә. – Яңы белем стандарттары тарихи әҙәбиәт аша уҡыусыларҙа юғары әхлаҡи сифаттар, Ватаныбыҙҙың бөйөк үткәне өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә тейеш.
Пленар ултырыштағы сығыштарҙа яңы федераль дәүләт стандарттары сиктәрендә төбәк тарихын уҡытыуҙы уҡытыу-методик яҡтан тәьмин итеү, этномәҙәни белем биреү мөхитендә миллилек һәм күп милләтлелек, Рәсәй Федерацияһында дөйөм тарихи белем биреүҙә милли-төбәк компонентын үҫтереү стратегияһы кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Кәңәшмә һуңында секция ултырыштарындағы һәм пленар ултырыштағы һығымталар буйынса резолюция ҡабул ителде.
Тарих фәнен уҡытыу буйынса фекере менән ҡыҙыҡһынып, Йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих уҡытыусыларының Мәскәү төбәк ойошмаһы рәйесе, мәктәп директоры Павел Пакинға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Ни өсөн хәҙерге йәштәр тарих менән ҡыҙыҡһынмай, тигән һорауға ул:
– Йәштәрҙең тарих менән ҡыҙыҡһынмауының төп сәбәптәренең береһе – уларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтеүсе башҡа факторҙарҙың күп булыуында. Икенсенән, беҙҙең – тарих уҡытыусыларының да ғәйебе бар, тип иҫәпләйем. Дәрестәр һанының әҙ булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға ярамай, улар араһында ла төрлөһө бар. Мәҫәлән, бына әле һеҙҙә Са­лауат Юлаев һәйкәле янында йәштәрҙең матур итеп ял итеүенә ҡарап һоҡланып торҙом. һы­ра тотоп, тәртипһеҙ ҡыланған йәш­тәрҙе күрмәнем. Тимәк, улар­ҙа мәҙәниәткә, телгә ҡыҙыҡһыныу бар. Мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу бар икән, тимәк, тарихҡа ла ҡыҙыҡһыныу бар, тигән һүҙ.
Тарих буйынса дәреслектәргә килгәндә, бер төрлө генә дәреслек булыуы мөмкин түгел, сөнки тарихҡа ҡараш та төрлөсә бит. Әммә дәреслектәргә төп талап – унда тик дөрөҫ мәғлүмәт кенә бирелергә тейеш, ялған булыр­ға тейеш түгел. Тарихҡа беҙ бөгөнгө күҙлектән һәм ул ваҡыттағы замандан ҡарап өйрәнергә, һығымта яһарға тейешбеҙ. Йәғни ике төрлө ҡараш булыр­ға тейеш. Дәреслектең бер нисәү булыуы ла мөмкин, тик йөкмәткеһе дөрөҫлөккә тура килһен һәм фәнни яҡтан нигеҙләнгән булһын, – тине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға