«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Иң көслө уҡытыусы 83-сө лицейҙан!



21.02.2012 Иң көслө уҡытыусы 83-сө лицейҙан!

Иң көслө уҡытыусы 83-сө лицейҙан!
Өфө ҡалаһында уҡытыусылар профессиональ оҫталыҡҡа көс һынашты
Уҙған аҙнала баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусылары асыҡланды. Өфө ҡалаһында уҡытыусыларҙың профессиональ бәйгеһе быйыл ун бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Ошо йылдар арауығында унда 1500-ҙән ашыу уҡытыусы ҡатнашҡан. Быйылғы конкурста барлығы 52 педагог көс һынашты. Конкурстың тәүге этабында уҡытыусылар инновацион педагогик проекттарын яҡланы, таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрестәр һәм класс сәғәттәре үткәрҙе. Икенсе турҙа, «Уҡытыусы-мастер» программаһы буйынса лекция менән сығыш яһап, дебаттарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең профессиональ оҫталығын күрһәттеләр.
– Баш ҡала уҡытыусылары ҡала һәм республика кимәлендәге барлыҡ социаль-ижтимағи әһәмиәткә эйә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Баш ҡалала йәшәүсе Башҡортостандың дүрт халыҡ уҡытыусыһының әле һаман үҙенең профессиональ эшмәкәрлеген дауам итеүе лә педагогтарҙың социаль әүҙемлеген дәлилләй. Бөгөнгө конкурс та ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бәйгелә ҡатнашыусы барлыҡ уҡытыусылар ҙа һынау төрҙәрен лайыҡлы үтеп, үҙҙәренең профессиональ оҫталығын, эшлекле һәм кешелеклелек сифаттарын күрһәтте. Конкурс – уҡытыусылар өсөн ҙур һынау ул. Шуға күрә унда үҙ һөнәренең ижадсыһы, рәссамы һәм скульпторы булған кеше генә еңеүгә өлгәшә ала, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, уҡытыусыларҙы тәбрикләп.
«Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы – 2012» тигән маҡтаулы исемгә быйыл 83-сө лицейҙың һәм Ор Авнер йәһүд мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Евгения Зыятдинова лайыҡ булды.
– Конкурста ҡатнашыу һәм еңеүгә өлгәшеүемде оҙаҡ йылдар дауамындағы хеҙмәтемә йомғаҡ тип ҡабул итәм. ҡасандыр «Проект эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияһын формалаштырыу» тигән тема буйынса «Педагог-тикшеренеүсе» конкурсында ҡатнашҡайным. Әле «Йыл уҡытыу­сыһы» конкурсының тәүге этабына ла ошо тема буйынса инновацион проектымды тәҡдим иттем, – ти ул.
Дөйөм конкурс сиктәрендә шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, физик тәрбиә уҡытыусылары ла асыҡланды. Улар – М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Миңдиниса Ғәзизуллина, 93-сө гимназиянан Татьяна Шумилинская, 64-се гимназиянан Гүзәл ҡурамшина, 159-сы мәктәптән Михаил Сиухов.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға