«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » БДУ-ла проректорҙар алмашынды



27.01.2012 БДУ-ла проректорҙар алмашынды

Республикабыҙҙың төп вузында фәнни эштәр буйынса проректор вазифаһына Вадим Захаров тәғәйенләнһә, Ринат Юлмөхәмәтов уҡытыу эштәре буйынса проректор итеп үрләтелде.
Вадим Захаров БДУ-ла 23 йыл эшләй. Химия фәндәре докторы, юғары молекуляр ҡушылмалар һәм химик технологиялар кафедраһы профессоры. Фән һәм техника өлкәһендә РФ Хөкүмәте премияһы, ошо уҡ өлкәлә республика дәүләт йәштәр премияһы, БР Фәндәр академияһының С. Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты, «Рәсәй Фәндәр академияһының иң яҡшы кандидаты» тип аталған Ватан фәненә ярҙам итеү фонды стипендиаты. Рәсәй Фәндәр академияһы миҙалы, «Фәнде үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. XVI Бөтә Рәсәй «ТЭК − 2007» йылылыҡ-энергетика комплексы предприятиелары һәм ойошмаларының фәнни-техник эшкәртмәләре конкурсы еңеүсеһе.
Ринат Юлмөхәмәтовтың дөйөм эш стажы 32 йыл тәшкил итә, шуның 17 йылын ул университеттың программалаштырыу һәм иҡтисади информатика кафедраһында эшләгән. Физика-математика фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға