«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Йыл һайын – 100 миллион һум аҡса!



06.01.2012 Йыл һайын – 100 миллион һум аҡса!

Быйыл РФ Мәғариф министрлығы юғары уҡыу йорттарының стратегик үҫеш программаларына ярҙам итеү буйынса иғлан иткән конкурста Башҡорт дәүләт университеты еңеүселәр исемлегенә инде. Был БДУ өс йыл дауамында йыл һайын федераль бюджеттан 100 миллион һумға тиклем ярҙамға өмөт итә ала тигән һүҙ. Конкурста ҡатнашырға Рәсәйҙең 258 юғары уҡыу йорто теләк белдергән, уларҙың 248-е конкурс шарттарына тура килгән программа тәҡдим итә алған. Ошо көндәр­ҙә еңеүселәр билдәләнде. 55 университет араһында БДУ – Башҡортостандан берҙән-бер юғары уҡыу йорто.
Конкурс шарттарына ярашлы, улар биш йылға тәғәйенләнгән программа ебәргән. Програм­мала университетты төрлө яҡлап үҫтереү проекттары тәҡдим ителгән. Белем кимәлен күтәреү, фәнде үҫтереү менән бер рәттән, матди-техник базаны ла нығытыу ҡаралған. Иң беренсе сиратта уҡыу сифатын күтәреү буйынса эштәр эшләнәсәк. Уҡыусыларҙа мәктәп йәшенән үк университетҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу зарур. Бының өсөн тиҙҙән мәктәп йә лицей-интернат асыуҙы программаға индергән БДУ етәкселеге. Тап ошонда университеттың белем сифатын тәьмин итеүсе буласаҡ студенттар уҡытыласаҡ. Шулай уҡ нанотехнологиялар үҙәге булдырыласаҡ, йыһан хеҙмәте үҙәген ойоштороу ҡаралған. «Бының өсөн университетта бөтә шарттар ҙа тыуҙырыласаҡ, үҙебеҙҙең потенциалыбыҙ ҙа етерлек, шул йүнәлеш буйынса махсус белем алған белгестәребеҙ бар», − ти уҡыу эштәре буйынса проректор Николай Морозкин.
«Бөгөн бөтә вуздар ҙа ҙур дәғүәселек шарттарында эшләй. Уҡыусыларҙың күңелдәре теләгән иң һәйбәт уҡыу йорттарына уҡыр­ға инергә мөмкинлектәре бар. Шуға ла беҙ үҙебеҙҙең университетты иң лайыҡлылар иҫәбенә индереү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Алдыбыҙҙа торған тәүге маҡсатыбыҙ − юғары уҡыу сифатын тәьмин итеү. Икенсенән, бөгөн кәрәк булған профессиялар буйынса белгестәр әҙерләү. Һәм, өсөнсөнән, РФ Президенты өҫтөнлөк биргән йүнәлештәрҙе үҫтереү. Ошоларҙан сығып, былтыр инженер факультетын астыҡ», − тине беҙгә БДУ ректоры Әхәт Мостафин.
Матди-техник база тигәндән, Туҡай урамында урынлашҡан бинаны төҙөкләндереп бөтөү ҡаралған. Шулай уҡ студенттар өсөн ятаҡ төҙөү ҙә планға индерелгән. Унда ғаиләлеләр өсөн дә бүлмәләр буласаҡ. Универси­тетҡа йәш, белемле кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн был да мөһим сара. Китапхана өсөн дә айырым корпус төҙөргә ниәтләйҙәр. Шулай уҡ университеттың Сибай һәм Нефтекама филиалдарына ла иғтибар бүленәсәк.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға